Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 18:57

Башҡорт ҡыҙы... Монаконан килде

Гөлшат ханым – МонегаскLUXPRO компанияһын ойоштороусы һәм уның генераль директоры, Монако иҡтисади палатаһы ағзаһы.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
– Эйе, мин ун йыл инде Европаның иң бәләкәй дәүләттәренең береһе булған Монако кенәзлегендә йәшәйем һәм эшләйем, – ти V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Гөлшат Үҙәнбаева.


Ни өсөн унда?


Атаһы Ейәнсура районынан, ә әсәһе Ғафури яҡтарынан булған ҡыҙ Монако дәүләтен осраҡлы рәүештә һайламаған икән: ул эшҡыуарлыҡты ҡайҙа башлап ебәреүе уңайлы һәм отошло икәнен өйрәнгән һәм кенәзлектә тиҫтә йыл инде бизнес менән уңышлы шөғөлләнә.


Гөлшат ханым – МонегаскLUXPRO компанияһын ойоштороусы һәм уның генераль директоры, Монако иҡтисади палатаһы ағзаһы. Биш телдә иркен һөйләшкән эшҡыуар халыҡ-ара конференцияларҙа йыш ҡатнаша.


Ҡоролтайҙағы сығышында ул башҡорттарҙы ҡыйыуыраҡ булырға, алға ҙур маҡсаттар ҡуйырға һәм шуға ынтылырға саҡырҙы.
Читайте нас: