Бөтә республиканы ғына түгел, ә илде шаҡ ҡатырған енәйәттең башҡарылыуына теүәл бер ай булды. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ Луиза Хәйруллина тураһында.
Дыуамал ҡатын үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум (башҡа мәғлүмәттәр буйынса – 25 миллион) аҡса урлап, ғаиләһе, ире һәм ике ҡыҙы менән ғәйеп булды. Уларҙы бөгөн полиция һәм туғандары эҙләй.
Эйе, Луизаның һәм ғаиләһенең яҙмышы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Ысынбарлыҡта нимә булды икән? Ниндәй шарттар уны был аҙымға барырға мәжбүр иткән? Ғаилә әле ҡайҙа? Иҫәнме улар? Һорауҙар бик күп. Әҙләп булһа ла яуаптар ҙа килеп сыға башланы кеүек. Бөгөнгө көнгә нимә билдәле? Әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр ентекләп ҡарап сығайыҡ.
Луиза Хәйруллина был банкта биш йыл эшләгән. Бер ҡасан да һуңламай, эшен ярата, һәр кем менән мөләйем аралаша. Ул, өлкән кассир булғас, банктағы аҡсалар тураһында барыһын да белә: ҡасан ҙур сумма килә, әле күпме ята һәм башҡалар. 27 майҙа ул балаһын поликлиникаға алып барыр өсөн эштән һорап китә. Һәм кире килмәй...
Луизаның атаһы әйтеүенсә, ҡыҙы уға шәмбе көн килергә тейеш була, тик килмәй. Атай кеше дүшәмбе иртән ҡыҙы янына эшенә инә, тик унда ла тап итә алмай. Ә кисен полиция хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, Луизаның аҡса менән ғәйеп булыуы тураһында әйтә. Ғаилә ярты йыл элек күсеп йәшәй башлаған ике ҡатлы коттедждарында ла бер кем булмай, бар әйберҙәре тегеләй-былай ташланған. Уларҙың бик ҡабаланып сығып киткәне аңлашыла. Өс көн үткәс, ҡатынға ҡарата енәйәт эше асыла.
Бер ай үтте, ә уларҙың ҡайҙалығы тураһында яңылыҡтар ошоға тиклем юҡ. Ни бары “Рено Дастер” автомобилдәре генә табылды. Әйткәндәй, ул машина тураһында ла фараздар бик күп ине. Тәүҙә ғаилә уға ултырып ҡасҡан тинеләр, аҙаҡ ломбардҡа тапшырылған, ул банкта залогта икән тигән хәбәр таралды. Ә ошо көндәрҙә генә машинаны Луизаның атаһының гаражынан таптылар. “Рено”ның ундалығын атаһы белмәй булып сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ, машина эсендә юрған, мендәр һәм башҡа ятыу ҡаралтылары табылды. Был йәнә фараздар тыуҙырҙы: йә ғаилә аҡса урлағандан һуң унда йәшенеп ятҡан, йә быны эшләргә йыйынған.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре Луизаның һәм Мараттың туғандарында эҙләүҙәр үткәргән, мәғлүмәт йөрөтөүсе әйберҙәрҙе алғандар. Шулай уҡ туғандарынан генетик анализдар ҙа алынған. Ғәҙәттә, был кешенең ҡалдыҡтары ғына ҡалып, уларҙы таныу өсөн эшләнә.
Хәлдең варианты икәү. Йә ғаилә, ысынлап та, был ҙур сумманы урлап сит илгә йәшәргә ҡасҡан. Йә, иң ҡурҡынысы, Луизаға балалары ғүмере менән янап, аҡса урлатып, уны алғандар, ә ғаиләне юҡ иткәндәр... Луизаның атаһы ошо икенсе вариант яҡлы, ул ҡыҙының урлашыуға барыуына ышанмай.
Уйлап ҡараһаң, ғаиләнең аҡса урлап ҡасырға әллә ни сәбәптәре лә юҡ бит. Улар ярлы булмаған. Ере менән бергә иҫәпләһәң, Салауаттың элиталы районында урынлашҡан коттедждары 10 миллион самаһы тора. Шулай уҡ ипотекала бер бүлмәле фатирҙары, ике автомобилдәре булған. Юғалыр алдынан улар участкаларында йәшелсә, ағастар ултыртҡан, донъяһын тәртипкә килтергән.
Эйе, был эштә һорауҙар әле һаман бик күп. Нисек кенә булмаһын, иҫән-һау булһындар ине.