Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 19:14

“Табын-фест”ҡа рәхим итегеҙ!

“Табын-фест” республика йәштәр фестивале быйыл Тәтешле районында уҙғарыла һәм бөтә төбәктән иң әүҙем йәштәрҙе йыя.

Н. Сәлимов фотоһы.
Н. Сәлимов фотоһы.
“Табын-фест” республика йәштәр фестивале быйыл Тәтешле районында уҙғарыла һәм бөтә төбәктән иң әүҙем йәштәрҙе йыя.
Фестиваль табын ырыуы быуындары араһындағы бәйләнеште һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, әүҙем йәштәрҙе туплау, ырыу-этник берҙәйлекте һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторола.
Сараның белем биреү программаһы бөгөн йәштәр өсөн көнүҙәк булған йүнәлештәр буйынса бүленгән. Спорт ярыштары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре һәм милли аш-һыу, шәжәрә күргәҙмәләре үткәрелә, художество үҙешмәкәрлек концерты була. Шулай уҡ “Табын батыры” һәм “Табын һылыуҡайы” бәйгеләре, “Табын – ырыуым тарихы” һәм “Ғәли Соҡорой” китаптары менән таныштырыу саралары уҙғарыла.
Фестиваль 5-6 июлдә Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы эргәһендәге “Ҡыйыҡ дала” (“Косая степь”) ял базаһында ойошторола. Унда һәр кем бушлай ҡатнаша ала. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ойоштороу комитетына бирергә мөмкин.
Телефондары: 8-917-45-88-919 (Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев), 8-937-344-05-09 (Нияз Булат улы Сәлимов).
“Табын-фест” фестивале табын ырыуы башҡорттары күпләп йәшәгән райондарҙа ойошторола. Улар иҫәбенә Архангел, Ауырғазы, Асҡын, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле райондары, Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарының, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләренең һәм Татарстандың бер өлөшө инә. “Табын-фест”тың күсмә вымпелы йыл һайын бер райондан икенсеһенә тапшырыла, йәғни ул эстафетаны ҡабул итеп, киләһе йылғы фестивалде үҙендә үткәрә.
Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналған II “Табын-фест-2018” йәштәр фестивале былтыр июндә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендә үткәйне. Төбәк-ара кимәлгә еткән сарала республиканың туғыҙ районынан, Өфө ҡалаһынан һәм илебеҙҙең биш төбәгенән меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Тәбиғәт ҡосағында табын ырыуының 200 йәш вәкиле авторлыҡ проекттары менән сығыш яһаны, табындарҙың иң яҡшы вәкиле хоҡуғын алыу өсөн көс һынашты. Тап ошо фестивалдә “Табындар” гимны аҫтында тәүге тапҡыр табын ырыуы флагы күтәрелде.
Әйткәндәй, гимн тексының авторы – шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән арҙаҡлы милләттәшебеҙ Ирек Кинйәбулатов.
Читайте нас: