Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә йәштәр бик әүҙем ҡатнашты. Уларҙың береһе – Пермдән килгән Эвелина Хәнипова. Милләттәшебеҙ – ошо ҡалалағы башҡорт йәштәре ойошмаһы етәксеһе.
– Пермь крайында башҡорттар күп булһа ла, ҡалала әҙерәк. Күпселекте Башҡортостандан уҡырға килгән студенттар тәшкил итә. Әле ойошмабыҙ ҙур булмаһа ла, киләсәккә пландарыбыҙ күп. Артырбыҙ, тип уйлайым. Башҡа өлкә башҡорттары нисек эшләй, айырыуса йәштәр ойошмалары ниҙәр башҡара – әлеге сарала шуларҙы белеү айырыуса ҡыҙыҡ.
Әйткәндәй, Эвелина сығышы менән Ишембай ҡалаһынан. Пермға уҡырға китеп, унда кейәүгә сығып төпләнеп ҡала. Тик башҡорт телен, мәҙәниәтен онотмай. Милли бейеүҙәребеҙ менән шөғөлләнеүен дауам итә һәм башҡаларҙы ла өйрәтә.