Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2019, 20:33

Сода, крахмал – нимә генә юҡ һөттә!

Беҙ ниндәй һөт эсәбеҙ? Ни өсөн ҡапта уның составы тулыһынса күрһәтелмәй? Тәбиғи һөт фальсификаттан нимәһе менән айырыла?

Фото: yandex.by
Фото: yandex.by
Беҙ ниндәй һөт эсәбеҙ? Ни өсөн ҡапта уның составы тулыһынса күрһәтелмәй? Тәбиғи һөт фальсификаттан нимәһе менән айырыла?
“Россельхознадзор”ҙың референт үҙәге, 11 етештереүсенең продукцияһын тикшереп, уның эсеүгә яраҡлылығын билдәләгән. Һөттөң сифатын һәм хәүефһеҙлеген баһалау буйынса талаптар ҡәтғи.
Йыш ҡына етештереүселәр һөткә һыу өҫтәгәндән һуң ҡуйыртыу өсөн он йәки крахмал өҫтәй. Лаборатор тикшеренеүҙәр 12 һөт төрөнөң унында 0,2 проценттан 2,7 процентҡа тиклем крахмал булыуын күрһәткән. “Божья коровка”, “Мусульманское” һөттәрендә соданың норманан артыҡ булыуы асыҡланған.
Был һөттөң әселеген йәшереү өсөн эшләнә. Бындай аҙыҡ ҡулланыу өсөн яраҡлы түгел, айырыуса сабыйҙар өсөн.
Читайте нас: