Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2019, 12:37

Табылған кофта...

"Бөтә мир алдында мине рисуай итеп йөрөйһөң! Юҡ, юҡ, юҡ, башҡаса бер генә көн дә һинең менән торасағым юҡ. Бар, бар, күҙемә күренмә, концертыңа һөйәркәңде алып бар!"

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Кисә Рәжәп концертҡа ике билет алып ҡайтты. Иртән ҡатынына:
– Эштә ваҡыт яғы тығыҙыраҡ, әҙерләнеп тор, үҙеңде машина менән кәйҙертеп кенә ҡайтып алырмын, – тигәс, Лилиә оҙон көн буйы тигәндәй шифоньерында соҡондо. Әле бер күлдәген кейеп ҡараны, әле икенсеһен. Унан биш сәғәт көҙгө алдында борғаланды, тегеләй итте, былай итте. Төҫө тап киләме икән тип, күтәрмәле итектәрен кейеп, үрле-ҡырлы керт-керт атлап йөрөп ҡараны. Ике-өс ай элек кенә бик тә оҡшатып алған ҡиммәтле күлдәген дә килештермәне, уныһын өйөрөлтөп-өйөрөлтөп диванға быраҡтырҙы.
– Фью, ҡарасҡы, ғәрләнмәй ошо септә менән бармам инде. Кеше араһына кейеп сығырлыҡ бер йүнле әйберем юҡ. – Кәйефе бер аҙ ҡырылған ҡатын йәнә кейемдәрен соҡой башлаған ыңғайға күҙенә ят кофта салынды.
– Абау аллаҡайым! – Ҡатын ток һуҡҡандай шаңҡып ҡалды. – Был ни ғиллә? Кемдеке? Ҡайҙан килеп ятҡан?
Унан Лилиә үҙенең һорауҙарына үҙе яуап яуабын тапты. Кемдеке булһын, теге ләғәнәттең генә эше, һуҡыр күрәҙә лә кәрәкмәй. Әйтәм, һуңғы ваҡытта яҡшатланып нимә эшләргә белмәй, йәнем дә йәнем тип бер алдына, бер артына сыға. Бына ҡайҙа икән уның ғилләһе. Ишеү әҙәм ышандырып концертҡа билет алып ҡайҡан булған бит әле.
– Эш тип юртып йөрөп, йүнле ял күргән дә юҡ, әйҙә, исмаһам, әҙәмсә ял итеп, кеше күреп ҡайтайыҡ, – тип һайраған була. Вәт, таҫма тел, вәт, нишана. Эштән түгел, бисәләр артынан сабыулап һамҫыйһыңдыр әле. Ҡайт әле бына, күрһәтермен әле мин һиңә концертты, арма-торма итеп сығарамын һине. Ҡатын ҡулдарының үҙенән-үҙе шыҡырҙап йоҙроҡлағанын да һиҙмәне. Унан йәнә нимәнелер иҫенә төшөрҙө. Әйтәм, башҡа саҡта ауыл тиһәң, шарт һикереп торған бәндә, теге аҙнала, ваҡыт юҡ, фәлән дә фәсмәтән, тип ҡырҡ сәбәбен табып, туғандарына ғына ултыртып ҡайтарҙы. Вәт, яуыз, вәт ен күбәләге. Уны ауылға ебәреп, нимәләр ҡылып ятҡан. Ә ул, бер ҡатлы нәмәкәй, шуға ышанып, юлымда әлдә Рәжәп осраны, әтеүһә һаман шул тараҡанлы дөйөм ятаҡта йәшәп ятҡан булыр, инем тип Хоҙайға рәхмәт уҡып йөрөгән була. Ҡатын үҙен асыҡ ауыҙлыҡта ғәйепләне. Минең кеүек һиңмайға шул кәрәк, йәтеш. Теге ваҡыт әхирәте, ирҙәрҙең барыһы бер сыбыҡтан ҡыуылған тип әйткәс, ҡалай мыҫҡыллы ғына йылмайып ҡуйған булғайны. Имеш, уның бапаҡтан ней арыу ире, кеше менән ауыҙ асып һөйләшә белмәгән Рәжәбе кемгә кәрәк! Кәрәк, ишеү кәк кәрәк икән! Ҡара әле, оят та юҡ, бит тә юҡ, уйнашының кофтаһы ҡайҙа килтереп тыҡҡан. Шайлы кеше ней.
Лилиә лә концерт ҡайғыһы ҡалманы. Ул, тағы берәй нәмә килеп сыҡмаҫмы икән тип, үҙен үҙе белмәй шифоньерҙарың башҡа кәштәләрен аҡтарҙы. Ярһыған ҡатын кейемдәренең ҡайһыһын тибеп осорҙо, ҡайһыһын ҡулы менән тегеләй-былай быраҡтырҙы. Ире өйләнешкән саҡта бүләк иткән алтын балдағын, алҡаларын ҡолағынан ҡайырып тигәндәй сисеп алып әллә ҡайҙа һелтәне. Ҡатынға фатирҙағы бөтә нәмә ялған, хыянат менән буталғандай тойолдо. Бер ни ҡәҙәр минуттан һуң фатир эсе дауыл үткән яуҙы хәтерләтә ине.
Ҡатындың ярһыуы көсәйгәндән көсәйҙе. Юҡ, юҡ, был шапалаҡ менән башҡаса бер минутта бергә йәшәй аласағы юҡ. Балалар бар тип ни, әсәйле бала етем булмай ул. Ҡайырып алиментын аласаҡ. Ана, Мәстүрә әхирәте ирле ҡатындарыңдан мең артыҡ йәшәй. Себерҙә эшләгән иренән өс балаһына ҡутарып алименты килә, шул аҡсаға балаларын да ҡарай, үҙе лә солҡотоп кейенә. Йәне ҡайҙа теләй, шунда бара. Ҡайҙа темеҫкенеп йөрөйһөң тип йәнен алыусы ла юҡ. Биҙәнеп-төҙәнеп концерттарҙан ҡайтып инә белмәй. Ир эштән ҡайтыуына нимә бешерәйем икән тип баш ҡатыраһы түгел. Теләһә бешереп ашай, теләмәһә юҡ.

Рәжәп өйөндәге тәртипһеҙлекте күргәс, шаҡ ҡатты. Эштең аңын-тоңон төшөнмәгән ир:
– Бәй, әллә концертҡа барасағыбыҙҙы онотоп, өй йыйыштыра башлағанһың инде,– тип шаяртҡан булды.
Асыуы алҡымынан алған ҡатынға шул ғына кәрәк ине. Был мәлдә уның бөтә ҡиәфәте бына-бына ҡорбанын ботарлап ташларға әҙер йыртҡысты хәтерләтә ине.
– Йыйыштырам хәҙер, һөйәркәң йыйыштырһың, – тине ул ярһып.
Бындайҙы көтмәгән Рәжәп бер килке баҙап ҡалды.
– Бәй, нимә булды?
– Атаң башы булды!
– Ниндәй һөйәркә тағы? – Иренең бер нәмә лә белмәмеш тә, күрмәмеш булып ҡыланыуы Лилиәнең сығырынан сығарҙы.
– Нишләп башыңды иҫәргә һалаһың, оңҡот! Бөтә мир алдында мине рисуай итеп йөрөйһөң. Бер туймаҫ тамағың булды, ғөж. Һин мөртәткә сығып тәҡәтем ҡороном инде. Юҡ, юҡ, юҡ, башҡаса бер генә көн дә һинең менән торасағым юҡ. Бар, бар, күҙемә күренмә, концертыңа һөйәркәңде алып бар!
– Бер нәмә лә аңламайым, тик торғандан ниндәй һөйәр таптың тағы?
– Ошоно нимәкәй тип беләһең, бапаҡ? – Лилиә баяғы кофтаны эләктереп алды да йән көсөнә иренә быраҡтырҙы. –Тағы минеке түгел тип әйт, һинән булыр ул, оятһыҙлығың йөҙөңә сыҡҡан, тубал баш! Бар, юғал күҙемдән, һөмһөрө.
Йөҙөнә килеп ҡапланған кофтаны Рәжәп ҡулы менән һыпырып алды ла бер уға, бер туҙынған ҡатынына ҡарап, йылмайып ебәрҙе. Уның былай ҡыланышы ҡоторған үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәткән кеүек булды.

– Яратҡаныма китәм, тип ҡыуанаһың инде?
– Бәй, был нәмәкәйҙе әле һаман апарып бирмәнеңме ни?
– Ҡара нисек мыҫҡыл итә, әҙәм аҡтығы, һинең бисәләреңдең әйберен мин алып барырға тейештер шул.

Рәжәп йылмайып сикәһен быраулыны.
– Ниңә оноттоңдамы ни, теге ваҡыт ҡунаҡҡа барғанда, һалҡынсараҡ булғас, Вәсилә үҙенең кофтаһын кейҙереп ҡайтарғайны бит.
Әле генә ут урынына дөрләгән ҡатын телһеҙ ҡалды...
Читайте нас: