Эйе, эйе, бәғзе берәүҙәр өсөн анһат аҡса табыу ике тин бер аҡсаға ла тормай. Бына, мәҫәлән, Нефтекамалағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бухгалтеры кеүектәргә.
38 йәшлек ханым йыл буйына хеҙмәткәрҙәрен эш хаҡын арттырып яҙа, ә ведомоста бүтән сумманы күрһәтә. Әлбиттә, был хаҡта мәктәп хеҙмәткәрҙәре бер ни белмәй. Һөҙөмтәлә башлы ҡатын ҡала ҡаҙнаһына 1,1 миллион һум зыян килтерә.
Тикшереүселәр уғрының ҡойроғона баҫҡас, ул үҙенең ғәйебен таный, аҡсаның бер өлөшөн – 212 мең һумын кире ҡайтара.
Бурға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.