Өфөлә “Торатау” конгресс-холы Ер шарының төрлө төбәктәренән башҡорт милләте вәкилдәрен V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йыйҙы. Мөһим сарала 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Дөйөм мәғлүмәттәр буйынса, делегаттарҙың яртыһы тиерлек Башҡортостандың үҙенән булһа, 157 вәкил Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. 50 делегат АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль, Латвия һәм башҡа, йәмғеһе 21 илдән килгән ине.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов ҡунаҡ булараҡ саҡырылғайны.
Трибунаға тәү башлап Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы, ғалим, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр күтәрелде. Ул был мөһим ваҡиғаның Башҡортостандың 100 йыллығы менән тап килеүен, рухыбыҙҙы киләсәккә өмөт менән ҡарарға илһамландырыуын билдәләне. “Халыҡтар араһында дуҫлыҡҡа, теләктәшлеккә таянып, Башҡортостаныбыҙ алға бара”, – тине Рәшит Зәкир улы.
Артабан доклад менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин сығыш яһаны:
– Беҙ – Урал батыр вариҫтары. Был – бер ниндәй ҙә арттырыу түгел, ә ысынбарлыҡ! Ата-бабаларыбыҙ борон замандан ошо ерҙә тыуып, уны йәнтөйәк итеп, уның ҡәҙерен белеп көн иткән. Бына милләтебеҙ кешелек цивилизацияһы менән бергә XXI быуатҡа яңы һулыш менән аяҡ баҫа.
Һуңғы йылдарҙа халыҡты башҡорт теле менән бәйле проблемалар уйға һала, йәмәғәт ойошмалары был мәсьәләне күтәреп сыға. Телде үҫтереү бишектән, ғаиләнән башлана, шуға күрә дәүләт структураларына һәр башҡорттоң, ғаиләнең туған телде өйрәнеү теләге булып барып етһен маҡсаттар! Яңы технологиялар, һанлаштырыу быуатында йәшәйбеҙ. Йәштәр үҙ тормошон гаджеттарһыҙ күҙ алдына ла килтермәй икән, башҡорт теле һанлы технологиялар донъяһында ла тәғәйен урын алырға тейеш.
Бөгөн Өфөләге башҡорт гимназияларында I класҡа урындар етмәй. Тимәк, беҙ артабыҙ! Ғөмүмән, демографияға килгәндә, башҡа милләттәр менән сағыштырғанда, боронғо халыҡ булһаҡ та, йәшебеҙ буйынса йәш этносбыҙ – уртаса алғанда, 34,9 йәш килеп сыға. Балалар һәм үҫмерҙәр һаны буйынса республикала беренсе урында киләбеҙ. Башҡорттар – түлле халыҡ. Тимәк, киләсәккә өмөт бар. Был тенденцияны дауам итеү өсөн был өлкәгә дәүләт иғтибарын арттырыуҙы һорарға кәрәк.
Данир Әхмәҙи улы шулай уҡ бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙы борсоған күп мәсьәләләргә туҡталып үтте, ауыл ерҙәрендә эш булмауын, эскелек кеүек насар ғәҙәттәр халыҡты насар юлдарға этәреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Беҙгә был афәттән арынырға кәрәк, шуның өсөн эш урындары, милли кадрҙар булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙе талап иткән халыҡ фекерен етәксе органдарға еткереү мөһим”, – тине ул.
Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов Башҡортостандың элек-электән күп милләтле ғаилә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ башҡорттарҙың Тыуған ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә булған саҡта уны һаҡлап дәррәү яуға күтәрелеүе хаҡында ла һөйләп үтте. Бынан тыш, етәксе Башҡортостандың Рәсәйҙең төп терәге булып тороуы нигеҙендә милләт-ара дуҫлыҡ ятыуын иғтибарға алды.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алда миллилеккә ҡағылышлы күп кенә киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш”, – тине ул һәм сығышы һуңында барыһының эштәре республикабыҙҙың яҡты мәнфәғәтенә арналыуға ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың әйткән һәр фекере тиерлек ултырышта ҡатнашыусылар тарафынан көслө алҡыштар менән йылы ҡабул ителде.
– Беҙҙе донъяла ҡурайсы, бейеүсе, умартасы кеүек боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, – тип билдәләне етәксе. – Замана башҡортоноң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙҙың быуатлыҡ аҡылы, эскерһеҙлек, киң күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ, эшсәнлек, һынауҙарға ҡаршы торорлоҡ сыҙамлыҡ, мобиллек һәм заманса үҫешергә әҙер булыу ярылып ятырға тейеш. Башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр һәм Тыуған иленең һаҡсыһы, Мостай Кәрим кеүек зирәк, Айрат Шаммазов кеүек аҡыллы, Радик Юлъяҡшин кеүек һәләтле, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, Ләйсән Үтәшева кеүек һылыу булырға тейеш.
Радий Хәбиров тағы ла үҙ сығышында башҡорт теленә ҡағылышлы проблемаларҙы ла атап үтте. Башлыҡ фекеренсә, туған телебеҙгә хәүеф бар икән, ул нәҡ үҙебеҙҙең вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан. Етәксе шулай уҡ, киләсәктә мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, тип белдерҙе, сөнки ярҙамға уйын формаһындағы интерактив алымдар киләсәк.
– Башҡорт телен көсләп өйрәтеүҙе бөтөрөргә, уны модаға индерергә кәрәк. Шулай уҡ әҙәби телгә оҡшамаған диалектта һөйләшеүсе милләттәштәребеҙҙе ситкә этәреүҙе туҡтатыу мөһим. Уларҙың милли рухы башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ булыуы бар. Кеше башҡорт телендә һөйләшмәһә лә, үҙен ошо халыҡтың бер өлөшө итеп тоя икән – ул башҡорт. Башҡортостанда йәшәүсе, уның мәнфәғәтен ҡайғыртыусы һәр кем үҙен был милләт вәкиле итеп атарға хоҡуҡлы, – тине ул. Башлыҡ башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, кинематографияһына, милли матбуғатҡа ярҙам ҡулы һуҙырға, телде өйрәнеү буйынса курстар асырға вәғәҙә бирҙе.
Замана афәттәре, ауылдарҙың аяныслы хәлдәре лә Радий Фәрит улы иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Ул республикаға эшкә ҡайтҡас, төрлө райондар буйлап йөрөгән эш сәфәрҙәрендә халыҡ менән йыш аралашыу һөҙөмтәһендә тыуған күңел әрнеүҙәре менән уртаҡлашты. Ауылдың тел, мәҙәниәт, йолаларҙы һаҡлаусы ысул булып торғанын, ундағы тормошто яҡшыртырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе. Бының өсөн урындарҙағы үҙидаралыҡтарҙы камиллаштырыу, эшҡыуарҙарға мөмкинлектәр тыуҙырыу, шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеү мөһим.
Быларҙан тыш, Радий Хәбиров республика халҡынан күп мөһим проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам һораны һәм барыһын да берҙәм булырға, бер-береһе менән һүҙләшмәҫкә саҡырҙы.
– Әйҙәгеҙ был үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрәйек. Беҙҙең зирәк ата-бабаларыбыҙ төрлө ырыуҙарҙан булып та мөһим һорауҙарҙы татыу хәл итә алған. Беҙгә лә Башҡортостандың киләсәге хаҡына берҙәм булырға кәрәк.
Сығышы һуңында Радий Хәбиров төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән, республика үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле йәмәғәт, сәнғәт, мәғариф эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.