Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 20:16

Депутат йүкә һәм ҡайын урлаған

Республика Юғары суды прокуратураның Бәләбәй районындағы 50 йәшлек депутатҡа ҡарата апелляцияһын ҡәнәғәтләндергән: уның МТЗ-80 тракторы тартып алынған.

Фото: “Башинформ”
Республика Юғары суды прокуратураның Бәләбәй районындағы 50 йәшлек депутатҡа ҡарата апелляцияһын ҡәнәғәтләндергән: уның МТЗ-80 тракторы тартып алынған.


Ауыл советы депутаты, урман киҫергә рөхсәте булмаһа ла, ошо райондың Бәләкәй Александровка ауылы эргәһендә 12 төп йүкә һәм 18 төп ҡайынды ҡырҡып алған, артабан уларҙы үҙенең тракторы менән ташыған.


Һөҙөмтәлә тәбиғәткә 59 мең һум зыян килтерелгән, ә депутат бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.