Йәмғиәт
2 Июля 2019, 13:29

Иң мөһиме – бала хәстәрле булһын

Төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең социаль селтәрҙәрҙә халыҡ менән аралашыуы, көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып тикшереүе, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле күренеш, сөнки төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапап, чиновниктарҙың ҡабул итеү-итмәүен көткәнсе, проблеманың асылы шунда уҡ йәмәғәтселеккә, шул иҫәптән тейешле органдарға ла барып етә. Был осраҡта мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеп, уны хәл итеү юлдарын табыу мөмкинлеге бер нисә тапҡырға арта.

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Нәсих Хәлисов коллажы.
Төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең социаль селтәрҙәрҙә халыҡ менән аралашыуы, көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып тикшереүе, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле күренеш, сөнки төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапап, чиновниктарҙың ҡабул итеү-итмәүен көткәнсе, проблеманың асылы шунда уҡ йәмәғәтселеккә, шул иҫәптән тейешле органдарға ла барып етә. Был осраҡта мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеп, уны хәл итеү юлдарын табыу мөмкинлеге бер нисә тапҡырға арта.

Миҙалдың
икенсе яғы ла бар



...Әле апрель айында уҡ республика Башлығы вазифаһын ваҡыт­лы­са башҡарыусы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге шәхси би­тендә һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән балаларҙың тормош сифатын яҡшыртыу, атап әйт­кәндә, улар уҡыған махсус белем биреү учреждениеларына барыу-ҡайтыу өсөн транспорт мәсьәләһен хәл итеү, ундағы туҡланыу сифатын яҡшыртыу һәм башҡа проблемалар күтәрелгәйне. Ошо мәсьәләне хәл итеү­ҙе һорап, Зилә Белова исемле ҡатын төбәк етәксеһенең социаль сел­тәрҙәге сәхифәһенә былай тип яҙған: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөмкин­лек­тәре сикләнгән балалар махсус белем биреү учреждениеһына йәмә­ғәт транспортында үҙаллы барырға һәм ҡайтырға мәжбүр. Мәҫәлән, Максимовка ауылынан “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһенә, йә иһә Дим биҫтәһенә тик­лем. Был осраҡта юлға ҡайһы саҡ­та 2,5 сәғәт китә. Шулай уҡ бер транс­порттан икенсеһенә күсеп ул­ты­рыуҙы ла иҫәпкә алғанда, ғаилә өсөн белем биреү үтә ҡиммәткә төшә”.
Әсәне аңларға була: һис шикһеҙ, һаулығы буйынса мөмкинлеге сик­лән­гән баланы үҫтереү, тәрбиәләү – үҙе үк ҡаһарманлыҡ. Тәүге сиратта, рухи йәһәттән, сөнки көтөп алған ба­ланың ғүмерлеккә сирле булыуын психологик яҡтан ҡабул итеү икеләтә ҡыйын. Унан тыш, матди сығымдар ҙа ҙур: үҙенсәлекле баланы тәрбиә­ләү, дауалау, хәстәрләү күпкә ҡим­мәтерәк.
Дөйөм алғанда, инвалид балалар­ҙың проблемалары күптән диагноз сигенән сығып, йәмғиәттең көнүҙәк әхлаҡи мәсьәләләренең береһенә әүерелгән. Зиләнең хәле лә шундай: ҡыҙы тыумыштан сиргә дусар, насар күрә. Әйтеүенсә, үҫмер баш ҡаланың 28-се махсус коррекцион мәктәбендә уҡый. Ул – күҙҙәре насар күргән балалар өсөн республикалағы берҙән-бер махсуслаштырылған белем биреү учреждениеһы, унда Башҡорт­остандың төрлө төбәктәренән тиҫтәләрсә бала уҡый. Уның ҡыҙына килгәндә, ул да бала саҡтан табиптар күҙәтеүендә, тормошо – көндәлек көрәш, шул иҫәптән тиҫтерҙәре араһында тиң булып йәшәү өсөн дә. Ҡатын иһә ошо көрәш менән йәшәү араһындағы нескә, әммә ныҡлы күпер төҫлө, шуға ла уның әсенеүҙәре урынлы, әлбиттә. Әммә... мәсьәләнең төбөнә төшә башлаһаң, миҙалдың икенсе яғы ла бар.
Башҡортостандың Мәғариф ми­нистрлығы махсус белем биреү бүлегенең баш белгесе Жанна Шәрифуллина Зилә Белованың яҙмаһына ошондай яуап биргән: “Өфө ҡалаһында насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн 28-се махсус коррекцион мәктәп – С. Злобин урамы, 1 адресы буйынса, ә насар ишетеүсе, һаңғырау балалар өсөн махсус учреждениелар Мусоргский урамы, 2 (Дим биҫтәһе) һәм Беренсе Май, 86 а адрестары (Черниковка биҫтәһе) буйынса урынлашҡан.
Насар ишеткән балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернатта барлыҡ балалар койка-урын менән тәьмин ителгән, тәрбиәләнеүсене көн һайын учреждениеға килтереү һәм алып ҡайтыу ихтыяжы юҡ. Ял көндәрендә, байрамдарҙа ата-әсәләр балаларҙы үҙҙәре килеп ала.
Насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн мәктәп-интернатта район-ҡалаларҙан килеп уҡыған балалар­ҙың барыһы ла урын менән тәьмин ителгән. Өфө балалары иһә интернатта өлөшләтә йәшәй. Уларҙы ата-әсәләре белем биреү учреждение­һына үҙаллы килтерә.
28-се коррекцион мәктәп-интернатта белем биреү процесы уҡыусы­ларҙың мөмкинлектәренә һәм ихтыяждарына ҡарап, төрлө программалар буйынса ойошторолған: көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп (киске), өйҙә, ғаиләлә уҡытыу, шулай уҡ үҙаллы белем алыу мөмкинлектәре бар.
Мәктәп-интернатта ыңғай психологик мөхит булдырылған. Бала­лар­ҙы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн көн һа­йын кластан тыш саралар үткәрелә, уларға юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителә. Араларында психологтар, билдәле тренерҙар, артистар, педагогтар, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар.
Туҡланыуҙы ойоштороу йәһәте­нән, 2018 – 2019 йылдарҙа был ғәмәл “Пеликан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аутсорсинг компанияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Меню “Роспотребнадзор” нормаларына һәм талаптарына ярашлы төҙөлгән. Унан тыш, учреждениела бракераж комиссияһы эшләй, йәғни уның сос­тавына ата-әсәләр, диета буйынса шәфҡәт туташы, мәктәп-интернат идараһы вәкилдәре, бухгалтер инә. Көн һайын диета буйынса белгес аҙыҡ-түлеккә органолептик баһа ҡуя, махсус китапҡа теркәй. “Роспотребнадзор” йәһәтенән интернаттағы туҡланыуға шелтә юҡ”.
Зилә Белова, әлбиттә, был үҙенсә­лектәрҙең барыһын да белә. Уның менән телефон аша аралаштыҡ. Ғөмүмән, ҡатындың маҡсатлы һәм әүҙем булыуына хайран ҡалырлыҡ: һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, балаһының киләсәге яҡты булһын өсөн һәр йәһәттән көс һала ҡатын. Тик ул: “Ҡыҙым интернатта йәшәргә теләмәй, уға ундағы мөхит тә, туҡланыу ҙа оҡшамай”, – тип белдереп, инвалид балаларҙы ҡала буйлап йөрөтөү өсөн махсус транспорт сараһы бүлеү мәсьәләһен хәл итеп булмаймы ни, тигән һорау ҡуя.
Һис шикһеҙ, тыуған йортта, ата-әсә янында һәр балаға рәхәт, яҡыны әҙерләгән аш-һыу ҙа күпкә тәмлерәк – быны инҡар итеү мөмкин түгел. Әммә баланың һаулығы ҡаҡшаған һәм ул белгестәрҙең күҙәтеүенә даими мохтаж икән, махсус коррекцион мәктәптең үрҙә телгә алынған программаларының береһен һайлап алып, балаға белем биреү, уны һәр яҡ­тан бөтөн шәхес итеп тәрбиәләү зарур. Шуға ла бында Зилә Белова­ның дәғүәләре бер аҙ уйландыра: 28-се коррекцион мәктәп-интернатта был йәһәттән бөтә мөмкинлектәр, йыл­дар буйы яйға һалынған белем биреү, тәрбиәләү системаһы бар, уның һөҙөмтәлелеге белгестәрҙең һығымталары менән генә түгел, күп сығарылыш уҡыусыларының уңыш­та­ры-ҡаҙаныштары менән дә нығытылған.


Ҡағиҙәләр – уртаҡ...



Һүҙҙең дөрөҫө шул: ауыл ерендә, баш ҡаланан йыраҡта һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән баланы тәрбиәләү, уға белем биреү икеләтә ҡыйын. Шуға ла инвалид бала үҫтергән ғаиләләр, нигеҙҙә, Өфөләге махсус коррекцион мәктәптәрҙең эше, булдырылған шарттар менән ҡәнәғәт: бында, белем биреүҙән тыш, шәхесте төрлө яҡлап үҫтерәләр, рухи-мәҙәни йәһәттән тәрбиәләйҙәр, спортҡа ылыҡтыралар, ниһайәт, йәшәргә урын, туҡланыу мәсьәләләре лә хәстәрләнгән.
Бер генә миҫал килтерәйек. Быйыл “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр студияһы ифрат үҙенсәлекле социаль проект менән ҡыуандырҙы, тәүге тапҡыр уңған, булдыҡлы, ҡыйыу үҫ­мерҙәр өсөн махсус премия булдырып, республиканың төрлө төбәк­тә­рендәге йәштәштәренә тапшырҙы. Премияға дәғүә итеүселәрҙең һаны 137 булһа, улар араһынан ете бала төрлө номинацияла еңеүсе тип билдәләнде. Һис шикһеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ йәше өсөн ҡаһар­ман, бәғзеләренең иңенә төшкән һынауҙарҙы һанай китһәң, һәр оло кешенең дә уларҙы кисерергә рухы һәм көсө етмәҫ, тигән фекергә килә­һең. Әйтәйек, “Бирешмә! Ижад ит!” номинацияһында тап баш ҡаланың һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се махсус (коррекцион) мәктәп-интернатында уҡыған Эвелина Вәхитова билдәләнде.
Тормоштоң сағыу төҫтәрен генә түгел, ҡояштың яҡты нурҙарын күреүҙән дә мәхрүм, әммә иҫ киткес көслө рухлы, талантлы ҡыҙ – оҫта баянсы, йырҙар ижад итә, йырлай, концерттар ойоштора. Халыҡ-ара композиторҙар конкурсы лауреаты, Спиваков фонды стипендиаты, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ижади конкурстарҙа күп тапҡыр еңеүсе. Салауат Низаметдиновтың илаһи ижадына табынған Эвелина, данлыҡлы композитор һымаҡ, үлемһеҙ көйҙәр ижад итергә хыяллана.
“Бирешмә! Көслө бул!” номи­нацияһында еңеү яулаған Илнур Ғарипов та ошо уҡыу йортонда уҡый, быйыл ХI класты тамамланы. Әйткәндәй, уның хаҡында бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан” гәзите биттәрендә яҙғайныҡ. Кәүҙә ауырлығы туғыҙ йөҙ грамлыҡ булып ҡына донъяға килгән Илнур кескәй сағынан уҡ спорт менән шөғөлләнә. Бер күҙе күргән саҡта конькиҙа йүгерә, саңғы буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. 12 йәшендә иһә, бөтөнләй күрмәй башлағас та, төшөнкөлөккә бирелмәй ул – йөҙөү спорты менән мауыға башлай. Бөгөн Илнур Ғарипов – Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Әммә өлгәшел­гәндәрендә генә туҡтарға йыйынмай, алға ынтылып, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Һанап китһәң, Илнур, Эвелина кеүек уҡыусылар, ҡасандыр ошо интернат нигеҙендә тәрбиәләнеп, оло тормош юлына аяҡ баҫып, ҙур уңыш­тарға өлгәшеүселәр бихисап. Бына ошондай балаларҙы тәрбиәләйҙәр 28-се мәктәп-интернатта.
...Зилә Белованы борсоған транспорт мәсьәләһенән тыш, ғөмүмән, учреждение тураһында мәғлүмәт алыу теләге менән 28-се коррекцион мәктәптең директоры Лилиә Әме­кә­севаға мөрәжәғәт иттек. Ошондай яуап алдыҡ: “Белем биреү учреж­дениеһында бөгөн 175 бала белем ала, уларҙың 15-е өйҙә уҡытыла, 93-ө интернатта йәшәй. Шулай уҡ баш ҡаланан йөрөп уҡыған 17 бала мәктәп-интернатта иртәнән кискәсә була (уларҙың ата-әсәһе эшләй, баланы өйҙә тәрбиәләү өсөн махсус документтар юлламағандар). Насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн мәктәп-интернат Башҡортостанда берәү генә, һәм шуға ла бында төрлө район-ауылдарҙан тәрбиәләнеүселәр бар, шул иҫәптән 77 кеше – баш ҡаланан, йәғни Киров районынан – 10, Совет районынан – 17, Калинин районынан – 6, Октябрь районынан – 13, Орджоникидзе районынан – 11, Өфө районынан – 12, Дим районынан 8 бала. Ата-әсәнең ғаризаһы буйынса, әгәр баланы мәктәпкә алып килеү-алып ҡайтыу мөмкинлеге юҡ икән, уҡыу осоронда койка-урын бүленә.
Белем биреү учреждениеһы ҡара­мағында 11 урынлыҡ бер “ГАЗель” микроавтобусы бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 1 – 1,5 сәғәт эсендә баш ҡаланың барлыҡ райондарын урап сыға алмай, унан һуң, барлыҡ балаларҙы һыйҙырыу ҙа мөмкин түгел.
Транспорт мәсьәләһе “Белем биреү тураһындағы закон” менән көйләнә, уға ярашлы йәмәғәт транспорт сараһы бөтөнләй булмаған осраҡта ғына балаларҙы учреж­дениеға ташыу ойошторола. Өфөлә иһә транспорт саралары күп, теләһә ҡайһы төрө менән мәктәп-интернатҡа килеп етергә мөмкин”.

Әйткәндәй, ҡала балаларын коррекцион мәктәпкә тиклем килтереү мәсьәләһен быға тиклем ата-әсәләр бөтөнләй күтәрмәгән, ә транспорт сараһында йөрөгән өсөн льготалар юлларға теләгәндәре бының өсөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығына мөрәжәғәт итергә тейеш.
...Бер яҡтан, ҡәҙерле балаһының киләсәген хәстәрләгән, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң барлыҡ үҙенсәлектәрен, матурлығын күрһен-тойһон, шәхес булып үҫеш­һен, белем алһын, тулы ҡанлы йәшә­йеш кисерһен тип теләгән әсәнең әсе­неүҙәре аңлашыла. Әммә теләк­тәр фәҡәт үҙеңдең мәнфәғәттәреңде хәстәрләүгә ҡайтып ҡалмаҫҡа тейеш, сөнки беҙ барыбыҙ ҙа йәмғиәттә йә­шәйбеҙ, ҡағиҙәләр, ҡиммәттәр, ҡануниәт – уртаҡ. Шуға ла Зилә Бе­ло­ваға, тәҡдим ителгән мөмкинлек­тәрҙе төрлө яҡтан баһалап, мәсьәләне хәл итеүҙең үҙенә һәм балаға уңайлы юлын табыу фарыз.
Читайте нас