Әлеге мәлдә Иркутск өлкәһендә, алдан хәбәр итеүебеҙсә, ғәҙәттән тыш тыш хәл: 26 июндән бирле ярҙан сыҡҡан йылғалар яңынан-яңы биләмәләрҙе баҫа.
Тайшет, Нижнеудинск, Тулун райондарында йәшәгәндәр хәүеф тыуыуы хаҡында алдан хәбәр итеп, борсолоуҙарын белдерһә лә, урындағы етәкселек быға әһәмиәт бирмәйенсә халыҡты тынысландырып килгән. Президент Владимир Путин ҡыҫылғандан һуң ғына чиновниктар йүгерә башлай, әммә һуң була...
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле 83 тораҡ пункт зыян күргән, ете меңдән ашыу йорт һыу аҫтында. Шулай итеп, 33 мең кеше ҡыйыҡһыҙ, дүрт ҡала электр утһыҙ ҡалған.
Ҡорбандар ҙа бар: 14 кеше һәләк булған, тағы ла 13-ө хәбәрһеҙ юғалған. Дауаханаға ярҙам һорап 1258 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 87 бала.
Иң ауыр хәл Тулун ҡалаһында: 40 мең кеше йәшәгән тораҡ пункттың күпселек өлөшө тәүлек эсендә һыу аҫтында ҡалған.