Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 15:04

Танытмаһыҙ водитель баланы тапатҡан

Сибай ҡалаһында була был хәл.

Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Сибай ҡалаһында була был хәл. “ЗИЛ” автоцистернаһы менән идара иткән 49 йәшлек ир йәшел төҫкә уңға боролғанда һигеҙ йәшлек малайҙы тапата.
Бала велосипедтан төшөп, уны этеп юл аша үтеп барған. Икенсе класс уҡыусыһы бик ауыр йәрәхәттәр алған. Урынға шунда уҡ табиптар килгән, әле бала дауаханала.
“Билдәле булыуынса, водитель иҫерек килеш рулдә йөрөгәне өсөн танытмаһын бынан йыл ярым элек үк алдырған булған. Бынан тыш, йөк машинаһының теркәлеүе лә туҡтатылған, сөнки уның двигателе һатылған булған. Эште тикшереү башланды”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 2200 осраҡ асыҡланған, 37 иҫерек водитель тотолған, элек урланған өс автомобиль табылған.
Читайте нас: