Йәйҙе бигерәк тә бала-саға көтөп ала: йылға-күлдәрҙә кинәнеп һыу инергә, рәхәтләнеп ҡояшта ҡыҙынырға йә тәбиғәт ҡосағында ял итергә мөмкин. Әммә бер нәмә хаҡында оноторға ярамай.
Ҡайҙа ғына булһаҡ та, һаҡ булыу кәрәк. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының И. Якутов исемендәге паркында уҙған “Хәүефһеҙ каникулдар” тигән сара ла тап ошо хаҡта ине.
Кескәйҙәр бәләгә тарығандарға беренселәрҙән булып ярҙамға килгән һөнәр эйәләре һәм уларҙың кейемдәре, эш кәрәк-яраҡтары, ҡоралдары менән танышты. Байрам рәүешендә барған был сара үҙенсәлекле викториналар һәм төрлө бәйгеләр менән тамамланды.