Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 13:36

16 йәшлек үҫмер кеше ғүмерен өҙгән

Кисә Иглин районында IX класс уҡыусыһы 79 йәшлек әбейҙе тапатҡан.

Фото Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Фото Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Кисә Иглин районында IX класс уҡыусыһы 79 йәшлек әбейҙе тапатҡан.
Хәл Түбәнге Ләмәҙ ауылында була. 16 йәшлек үҫмер “ВАЗ-2109“ автомобилендә уңға боролған саҡта инәйҙе төкөй.
Урынға табиптар килеп, ҡаза күреүсене дауаханаға алып китә. Тик алынған йәрәхәттәрҙән ул төнгә ҡарай йән бирә.
“Билдәле булыуынса, үҫмерҙең водитель танытмаһы булмай. Бынан тыш ул былтыр иҫәптән төшөрөлгән машина менән идара иткән. Тикшереү башланды”, – тинеләр БР буйынса ЮХХДИ-ла.
Кисә республика юлдарында 16 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше үлгән, 20-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Читайте нас: