Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 16:45

Бала ауыр хәлдә, Өфөнән ярҙам килгән

Сибай ҡалаһындағы авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Малай реанимацияла...

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Сибай ҡалаһындағы авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Йөк машинаһы һигеҙ йәшлек малайҙы тапатҡайны.
Автоцистерна водителе йыл ярым элек үк иҫерек йөрөгән өсөн танытмаһын алдырған булған. Ә велосипедтағы малай юлды ҡағиҙәгә ярашлы, “тимер ат”ынан төшөп, уны этеп сығып барған булған. Баланы тапатыу мәле камераға эләккән. Унан күренеүенсә, малай тәғәйен урындан барған.
Әле уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Кисә урындағыларға ярҙамға санавиация менән Өфө табиптары ла килгән. Малайҙың өләсәһе менән инәһе икенсе көн рәттән дауахананың реанимация бүлеге янынан китмәй һәм яҡшы яңылыҡтар көтә. Эйе, бала мөғжизә менән иҫән ҡалған, әммә хәле әлегә тиклем ауыр.
Водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул беренсенән, танытмаһыҙ рулгә ултырған, икенсенән, машинаһына документтары юҡ. Әле суд уны 15 тәүлеккә һаҡ аҫтына ултыртҡан. Әммә иргә енәйәт эше һәм ҙур срок янай.
Читайте нас: