Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, пенсия йәшен күтәреүҙәренә ҡарамаҫтан, респонденттарҙың яртыһы хаҡлы ялға китергә уйламай. Өстән бер өлөшө мотлаҡ әлеге эшендә ҡалыуҙы хуп күрә.
Ейәндәрен ҡарап, баҡсала соҡоноп, кистәрен эскәмйәлә ултырыу – бындай ҡартлыҡты теләмәй хәҙерге рәсәйҙәр. Пенсияға сыҡҡандарҙың 27,6 проценты 60-65 йәштән һуң яңынан уҡып, һөнәр үҙләштерергә уйлай.
Бының сәбәбе ниҙә? Аҡса табыу, мохтажлыҡта йәшәмәү теләгендә, ти белгестәрҙең күпселеге.