Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 15:03

Бер ҡала юҡҡа сыҡҡандай...

Ил халҡы күпләп кәмей: быйыл, мәҫәлән, дүрт айҙа 149 мең кешегә аҙайған.

Фото: pko-kolpino.ru
Рәсәйҙең вице-премьеры Татьяна Голикова белдереүенсә, ил халҡы күпләп кәмей: быйыл, мәҫәлән, дүрт айҙа 149 мең кешегә аҙайған. Был яҡынса Салауат (165 мең кеше йәшәй) һымаҡ бер ҡала тигән һүҙ.


Илдә тыуымға ҡарағанда үлемдең күберәк булыуы сер түгел. Халыҡ башлыса яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙарынан вафат була. Юл транспорты фажиғәләрендә һәләк булыусылар ҙа арта.


"Рәсәйҙә демографик хәлде күп балалы ғаиләләрҙе арттырыу иҫәбенә яҡшыртырға мөмкин", – тигәйне элек Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко.


Белеүебеҙсә, быйыл Рәсәйҙә "Демография" тигән милли проект иғлан ителде. 2019 – 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән документты тормошҡа ашырыуға ил ҡаҙнанан 1,6 триллион аҡса бүлергә иҫәп тота.