Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 15:53

Бер миллион һумға һатып өлгөргән

Өфө районы суды Салауат ҡалаһында йәшәгән 34 йәшлек ирҙе хөкөм итте.

Фото республика Прокуратураһы сайтынан.
Фото республика Прокуратураһы сайтынан.
Өфө районы суды Салауат ҡалаһында йәшәгән 34 йәшлек ирҙе хөкөм итте, ул Рәсәй Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса ғәйепләнә.
Был ҡанун наркотик һәм психотроп матдәләрҙе айырыуса ҙур күләмдә һатыуҙы күҙ уңында тота.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ошо ғәйепләнеүсе бер танышы менән осрашҡанда уға бер миллион һумдан ашыуыраҡ хаҡҡа кокаин, гашиш һәм башҡа наркотиктар һатҡан. Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре уны ла, һатып алыныусыны ла тотҡан, аҡсаһын тартып алғандар.
Наркотик һатыусы үҙ ғәйебен таныған. Тәфтиш органдары менән хеҙмәттәшлек итергә ризалыҡ биреүен иҫәпкә алып, суд язаны бер аҙға йомшартҡан: уны һигеҙ йылға махсус режимлы колонияға хөкөм иткәндәр.
Читайте нас: