Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 21:13

Хатта шлемы ярылған

Фураны шәйләп өлгөрмәҫтән...

Фото: strdtp/vk.com
Фото: strdtp/vk.com
Бөгөн, 3 июлдә, байкер ҡыҙ мотоциклында юл-транспорт ваҡиғаһына осрай.


Авария Стәрлетамаҡтан йыраҡ түгел Өфө трактында була. Алдан күҙаллауҙарынса, ҡыҙ туҡтап торған фураны шәйләп өлгөрмәй һәм юғары тиҙлектә уға бәрелә.
Бәхеткә күрә, иҫән ҡалған. Күп йәрәхәт алған, умыртҡа һөйәге һынған. Көслө бәрелеүҙән уның хатта шлемы ярылған. Үтеп барыусылар йәһәт кенә “Ашығыс ярҙам” саҡырған.
Читайте нас: