Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 17:24

Килә лә ҡаса, килә лә ҡаса...

Өфөлә ике тапҡыр банкты таларға маташып та ниәтен тормошҡа ашыра алмаған енәйәтсене хөкөм иттеләр.

Фото: “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы сайтынан.
Фото: “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы сайтынан.
Өфөлә ике тапҡыр банкты таларға маташып та ниәтен тормошҡа ашыра алмаған енәйәтсене хөкөм иттеләр.


Банкка ингәс тә ул туп-тура кассир тәҙрәсеге янына килә һәм аҡса талап итеүе, бирмәһәләр – атыу менән янауы тураһында яҙылған ҡағыҙ һона. Үҙе был мәлдә кеҫә телефоны аша һөйләшкән кеше була. Кассир шунда уҡ аяғы менән тревога кнопкаһына баҫа һәм аҡса төргәктәрен бик аҡрын ғына теге кешенең тоҡсайына тултыра башлай (ул бит әле тәҙрәсектең икенсе яғында!). Шул саҡ талаусының нервыһы түҙмәй – ул банктан йүгереп сығып китә. Ләкин күҙәтеү камераларында уның һәр аҙымы теркәлә.
Сираттағы тапҡыр ул, кейемен алыштырып, банктың икенсе офисына йүнәлә. Әммә уйынсыҡ пистолет менән ҡурҡытып аҡса алырға маташыуы барып сыҡмай, тағы ҡаса. Егетте республика райондарының береһендә барып тоталар. Суд был “талаусыны” дөйөм режимлы төрмәгә өс йылға ултыртты.
Читайте нас: