Белорет ҡалаһы быуаһындағы 550 метр оҙонлоғондағы ағас күпер ауған.
Ул - Рәсәйҙәге иң оҙон йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән ағас күперҙәрҙең береһе. Тарихҡа "Вечный зов" киноһы төшөрөлгән урын булып теркәлгән. Ошо күпер аша сығып, меңәрләгән белореттар һуғышҡа китә, йылдар дауамында заводҡа эшкә йөрөй.
Инде 80 йылдан ашыу торған ҡоролма бынан бер нисә йыл элек авария хәлендә тип таныла. Уны ремонтлау өсөн 30 миллион һум аҡса талап ителә. Белорет металлургия комбинаты унан баш тартты, ә район хакимиәте мәсьәләне хәл итеү юлдарын таба алманы.
Ҡала халҡының күпселеге күперҙе ремонтлау яғында. Район-ҡалала туризм үҫешкән заманда, әлбиттә, күпер ҡунаҡтарға күрһәтеү өсөн үҙенсәлекле объекттарҙың береһе, "визит карточкаһы" булыр ине.