Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2019, 13:43

Күрше ҡасан кәрәк?

Ҡунаҡтар араһында ут күршеләре Харис ҡына юҡ, уны саҡырмағандар...

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Уларҙың сутыр-сутыр килеп бергә йәшәүенә теүәл илле йыл тулды. Шул хөрмәткә геүләтеп мәжлес йыйҙылар. Һис кенә лә әкәй-шөкәй дата түгел был. Әҙәм балаһы өсөн ярты быуат күп ваҡыт бит.
Хужабикәнең ике тапҡырмы шул, өсмө иренән айырылып, бөтә тауыҡ-әтәстәрен, һарыҡ-кәзәләрен тейәп, бер ҡайтып, бер килеп йөрөүен, шул арала тағы бер-ике тапҡыр кейәү алыштырырға өлгөрөүен иҫәпкә алмағанда, харап матур йәшәнеләр. Ярай, дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә тиҙәрме әле, әҙәм балаһында ундай ғына яңылышыуҙар булалыр инде.
Урам буйлап теҙелеп киткән машиналарға ҡарап уҡ ҡунаҡ итеп шухрый-мухрый кешеләр саҡырылмауын сырамытырға була. Мәжлес бик күңелле барҙы. Бер аҙҙан ҡотлауҙар башланды. Ана, әле генә хужаларҙы:
– Был ауылда һеҙҙең кеүек шәп кешеләр юҡ, – тип маҡтап, Хоҙайҙан оҙон ғүмер теләп, бүләккә бәләкәс кенә әллә нимә тотторған йомарт ирҙе күрәһегеҙме? Ул – хужабикәнең өс туған һеңлеһенең өсөнсө йәмәғәте. Ғүмер буйы уҡытыусы булды. Район үҙәгенән килгән йырсы, уныһы ҡайһы яҡлап нәҫелдер, әйтә алмайым, тосын бик матур йыр менән тамамланы.
Ҡотло булһын алтын туйҙар,

Беҙ барыбыҙ ошо теләктә.

Бөгөнгөләй шат йылмайып йөҙөң

Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.


Бер ай элек кенә магазин асып, әйберҙәрен үҙ хаҡы менән тип ун биш тингә осһоҙораҡҡа һатҡан Гөлзада ла матур һүҙҙәрен йәлләмәне...
Ҡунаҡтар араһында ут күршеһе Харис ҡына юҡ ине. Хәйер, быға башҡалар ҙа, күршеһе үҙе лә иҫе китмәй – бындай хәл бер бөгөн генә ҡабатланмай бит.
Байрам төн уртаһынаса һуҙылды. Биттәре алһыуланып, байҙар төҫө ингән ҡунаҡтар ҡарлыҡҡансы йырланы, аяҡтары талғансы бейене. Хужа менән хужабикәне күктәргә сөйгәнсе маҡтанылар, барыһының да аш-һыуының татлылығына, муллығына иҫе китте. Хатта ҡайтырға тип урамға сыҡҡанда ла тиҙ генә айырылыша алманылар. Әллә нисә тапҡыр ҡосаҡлашып һаулаштылар, “хуш аяғы”ла тиҫтәгә барып етте. Таңғы һиллектәге тауыштар әллә ҡайҙарға яңғыраны.
– Ай, шәпһегеҙ ҙә инде!
– Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
– Бөткәнсе, бөткәнсе…
– Ҡара-ҡара, асыуын ҡалдырмаҡсы буласы.
Үҙҙәренең был тиклем дә шәплегенә күңеле булған хужалар бөтәһен оҙатып, өйгә кергәндә таң ҡыйылғайны инде. Ҡунаҡтар менән мәж килеп, һәүкәшкәйҙәренең, ишеге асыҡ ҡалған келәткә инеп, көрпәне, унан бойҙайҙы һоҫоуо баштарына ла инеп сыҡманы. Күпмелер ваҡыттан ихатаға сыҡҡан хужа һыйыры ауыҙынан күперектәрен сығарып ятыуын күрҙе. Уның башынан “әрәм генә булып ҡуймаһын, тиҙерәк ҡыланырға кәрәк” тигән уй үтте һәм ярҙамға күршеһенә сапты...
Читайте нас: