Воронеж өлкәһендәге Павловск ҡалаһында йәшәгән ир мазут йылғаһына батҡан.
Был хәүефле урын бер йыл элек асфальт заводын япҡас барлыҡҡа килгән. Баҡтиһәң, предприятие етәкселәре соҡор ҡаҙҙыртып, ҡалдыҡтарҙы шунда ағыҙҙыртҡан. Етмәһә, тирә-яғын кәртәләүҙе лә хәстәрләмәгәндәр.
Битум тирә-яҡҡа таралып, йылға булып ағып ята. Юл төҙөкләндереү ойошмаһында эшләгән ирҙең унда нисек барып төшкәне билдәһеҙ. Әле ул дауаханала. Мөғжизә менән иҫән ҡалған. Табиптар уның тәнен ыҫмаланан ҡырынғыстар ярҙамында таҙартҡан.
М4 “Дон” трассаһы янындағы мазут йылғаһы экологияға, кеше ғүмеренә ҙур хәүеф менән янай.