Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 15:50

Алимент урынына – иномарка

Баймаҡта йәшәгән атай кешенең алимент түләү буйынса бурысы ярты миллион һумға еткәс, приставтар уның Kia Rio автомобилен тартып алырға мәжбүр була.

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Баймаҡта йәшәгән атай кешенең алимент түләү буйынса бурысы ярты миллион һумға еткәс, приставтар уның Kia Rio автомобилен тартып алырға мәжбүр була.
Ир әлегә бурысты түләү мөмкинлеге юҡлығына зарлана. Әммә приставтар Себер тарафтарында рәсми теркәлмәй эшләгән уҙамандың алдашыуын асыҡлай.
Сикләүҙәр индерелгәндән һуң атай кеше приставка килеп, алимент урынына автомобилде ҡыҙына яҙҙырыуҙы һорай. Хәҙер ҡыҙ – машиналы, ә атай – бурысһыҙ.
Читайте нас: