Шулай итеп, Луизабыҙ табылды. Шөкөр үҙе лә, ғаиләһе лә иҫән. Быға тиклем криминалистар һәм күпселек халыҡ үлтереп бөткәндән һуң, уларҙың тере булыуы ҡыуандыра. Тик хәҙер уға ҙур төрмә срогы янай. Дыуамал ҡатындың яҙмышында артабан ни булыр?
Хәтерләйһегеҙме икән, улар ғәйеп булып күп тә үтмәне, башҡорт эшҡыуары һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин, Луиза табылһа, уның өсөн адвокат хеҙмәттәрен үҙе түләргә вәғәҙә биргәйне.
Кисә төндә Хәйруллинаның ҡулға алыныуы асыҡланғас та, журналистар Азамат Ғәлинға шылтырата башланы. Эшҡыуар түҙмәне, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып та сыҡты: “Журналистар иғтибарына! Минең телефоным төнгө 3-тә үк “янды”. Әле бер нисә адвокат менән һөйләшеү алып барабыҙ. Әйткән һүҙемдә торасаҡмын”.
Хәлдәрҙең артабан нисек үҫешеүен күҙәтеп барасаҡбыҙ.