Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 14:40

Бәхет тынлыҡты ярата

Сибайҙа йәшәгән Гүзәл менән Эдуард Һөйөндөковтарҙың матур ғаиләһе ҡала халҡына яҡшы таныш.

Фото ғаилә архивынан.
Фото ғаилә архивынан.
Сибайҙа йәшәгән Гүзәл менән Эдуард Һөйөндөковтарҙың матур ғаиләһе ҡала халҡына яҡшы таныш. Улар икеһе лә – үҙҙәре хеҙмәт иткән өлкәләрҙә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән, абруй яулаған белгестәр. Гүзәл Рәмил ҡыҙы – ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, ә Эдуард Салауат улы – Учалыла мировой судья.


Гүзәл бәләкәйҙән әсәһе кеүек аҡ халат кейеп кешеләрҙе дауалау хаҡында хыяллана. Әсәһе Фәрзәнә Зәкриә ҡыҙы Мортаева – Сибайҙа ғына түгел, эргә-тирә райондарҙа ла билдәле табибә.
Һәр саҡ үҫешкә ынтылған, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараған йәштәр ҡорған донъяла нур һәм ҡот уйнап тора. Ҡаланың Сармат ҡасабаһында үҙ йорттарында йәшәй улар, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, йәй күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Улдары Ғәйсәр менән Вилданға ла матур тәрбиә бирергә, һәр яҡлап үҫтерергә тырыша ата-әсә. Малайҙар икеһе лә спорт менән шөғөлләнә, Ғәйсәр гитарала уйнай, матур йырлай.
Хоҡуҡ һағы хеҙмәткәре Эдуард Салауат улы, хеҙмәти бурыстарына ярашлы, Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Күгәрсен райондары прокуратураларында эшләй. Һәр ялда, оҙайлы юл үтеп, ғаиләһе янына ашыға. Гүзәл тормош юлдашының тынғыһыҙ, ауыр эшенә аңлап ҡарай, өйҙә һөйөклөһөнә йылы мөхит булдырырға, тәмле аштары менән һыйларға тырыша, имен юлдар теләп оҙатып, һағынып көтөп ала.
Ғаиләләге йылы мөхит күп осраҡта ҡатын-ҡыҙға бәйле. Был йәһәттән кәләшенән уңған Эдуард. Донъяға ҡарашы, фекерҙәре төплө Гүзәлдең: “Сетерекле хәлдәрҙә кәңәш бирер кешеләрем – остаз булыр әсәйем, бөтә эште лә белгән алтын ҡуллы атайым, миңә бынамын тигән тормош юлдашы – ысын ир-егет тәрбиәләгән ҡәйнәм, йәшәүемдең мәғәнәһе – балаларым, ирем, ашҡынып барған эшем, наят донъям бар. Ошо үҙе бәхет түгелме ни? Әлбиттә, шулай. Шуны аңлап, шөкөр, тиергә генә кәрәк...”

Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Һөйөндөковтар ҙа – тын бәхеттәренә риза булып, аныҡ маҡсаттар, яҡты уй-ниәттәр менән йәшәгән меңдәрсә матур ғаиләләрҙең береһе.


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Читайте нас: