Йәмғиәт
5 Июля 2019, 17:54

Әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел

Учалы районының Уральск ҡасабаһында “Минең документтар” күп функциялы үҙәгенең территориаль айырым структур бүлексәһе асылды.

Фото район хакимиәте сайтынан.Фото район хакимиәте сайтынан.
Фото район хакимиәте сайтынан.
Учалы районының Уральск ҡасабаһында “Минең документтар” күп функциялы үҙәгенең территориаль айырым структур бүлексәһе асылды.
Ул урындағы хакимиәт бинаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн бында бар шарттар ҙа тыуҙырылған: сифатлы ремонт уҙғарылған, йыһазландырылған.
Бүлексә Уральск ауыл Советы биләмәһен генә түгел, яҡын-тирәлә урынлашҡан Наурыҙ, Яңы Байрамғол биләмәләре халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Һәммәһе 291 хеҙмәт төрө күрһәтеләсәк.
Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ, ваҡыт һәм аҡса сарыф итеп, 50-60 километр алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып йөрөйһө түгел хәҙер – йомоштарын урында ғына хәл итәсәктәр.
Читайте нас