Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 17:06

Луизаны балалары тотторған

Нисек итеп?

Полиция хеҙмәткәрҙәре Луизаны нисек тотҡан тип уйлайһығыҙмы? Баҡтиһәң, ҡыҙҙарҙың береһе олатаһына шылтыратып һөйләшкән икән.


Хоҡуҡ һаҡлау органдары был шылтыратыуҙы “эләктереп” алған һәм уның буйынса уларҙың ҡайҙа йәшенгәнлеген асыҡлаған.


Был яңылыҡ әле һаман иғтибар үҙәгенән төшмәй. Ҡазанда уларҙың йәшеренгән йорто видеоға төшөрөлөп һалынған. Ябай йорт, ябай подъезд. Миллиондар менән ҡасҡан кешеләр йәшәй тип уйламаҫһың да.


Шулай уҡ Луизаны ҡулға алыу мәленең дә видеоһы һалынған. Ҡатын үҙен тыныс тота. Һорауҙарға яуап бирмәй. Йөҙөн камераларҙан йәшерергә тырыша. Уны наручниктарҙа алып сығып машинаға ултырталар. Артабан ни булыр?

Читайте нас: