Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 23:45

Силәгенә күрә ҡапҡасы

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй гөрләтеп донъя көткән ауыл кешеләре һәр ваҡыт һоҡландыра. Татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, тәүфиҡлы, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре ауыл ҡото, тотҡаһы булып һанала. Ошондай матур ғаиләләрҙең береһе – олатайым менән өләсәйемдең ғаиләhе.

Ғаилә архивынан.
Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй гөрләтеп донъя көткән ауыл кешеләре һәр ваҡыт һоҡландыра.
Татыулыҡта ғүмер итеп, балаларын үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, тәүфиҡлы, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре ауыл ҡото, тотҡаһы булып һанала. Ошондай матур ғаиләләрҙең береһе – олатайым менән өләсәйемдең ғаиләhе.
Учалы районының Малай Муй­наҡ ауылында йәшәгән Жеүәйрә менән Закир Лоҡмановтарҙы өлгөлө ғаиләләр исемлегенә индерергә була. Улар йәштәрҙән ҡалышмай, тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя көтә. Тырыш хужа йортонан билдәле, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уңған ғаиләнең йорт ихатаһы ла, баҡсаһы ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Үҙҙәре матурлыҡ булдырып, уны баш­ҡаларға ла өләшеп йәшәргә ярата олатайым менән өләсәйем.
Дүрт бала тәрбиәләп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, Маҡтау ҡағыҙ­ҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп тормош кисерә хеҙмәт ветерандары. Бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрен һәр саҡ еренә еткереп башҡаралар. Ғәҙәттә, уртаҡ донъя ҡороп, матур балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән парҙар хаҡында “силәгенә күрә ҡапҡасы” тип әйтергә ярата халыҡ.


Уларҙың ҡулға-ҡул тотоноп, бергәләп донъя ҡороуына быйыл 62 йыл тулды. Закир олатайым өләсәйемә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм, оҙаҡ та тормай, һоратып бара. Бер йыл үткәс, олатайымды армияға алалар, ә өләсәйем уны ҡыҙы менән өс йыл буйы көтөп ала. Олатайым, йәштән тракторға ултырып, Ҡа­ҙағстан­ға сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртергә лә бара, ләкин тыуған яғын юҡһынып, ауылына кире ҡайта ул. Башҡа бер ваҡытта ла ауылын ҡалдырып, эш эҙләп сығып китмәй. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигән халыҡ мәҡәленең айышына төшөнә ул. Ҡунаҡҡа йыйылған һайын ҡабатларға ярата:
– Күпме иптәштәр оҙон аҡса эҙләп, сит яҡтарға сығып китте. Күптәре йәшләй сит ерҙәрҙә фани донъяларға күсте, ҡайтҡандарының һаулыҡтары бөткәйне. Бушлай биш фатир бирһәләр ҙә, тыуған ауылымды ташлап китмәҫ инем һәм китмәнем дә, – тип дөрөҫлөгөнә инана ул.
Шөкөр, бынамын тигән өй һалып инәләр. 50 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар олатайымдың. Ябай тракторсынан бригадир вазифаһына тиклем үрләтелә, ауыл Советы секретары эшен дә башҡара. Ғүмере буйына ауыл Советы депутаты була. Ысын коммунист булып, һаман да ғәҙеллек, дөрөҫлөктө яҡлап, ауыл өмә­ләрендә (ауылдаштарға һәйкәл ҡуйыу, зыярат кәртәләү, шишмә таҙартыу һ.б.) әүҙем ҡатнашып йәшәй олатайым. Бар яҡтан да беҙгә өлгө ул. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, автомобилен дә, тракторын да йөрөтә, бесән дә эшләй, күп итеп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар.
– Хәрәкәттә – бәрәкәт, – тип ҡабатларға ярата ул.
Бушыраҡ ваҡытында гармунында уйнап, башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен йырлай. Йыр-моң конкурстарында ихлас ҡатнаша. Йәштәрең ары торһон! Әйткәндәй, ауылда иң олоһо хәҙер минең олатайым.
62 йыл элек килен булып төшөп, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта өлә­сәйем үҙенең тәжрибәһен башҡа­лар менән дә уртаҡлаша. Гел генә кешеләргә мөләйем булып, йылмайып торған яғымлы өләсәйемде барыһы ла ярата, хөрмәт итә. Күптән түгел олатайыма – 84, өләсәйемә 80 йәш тулды.
Олатайым менән өләсәйем ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән дә ауылдаштарының хөрмә­тен яулаған. Йорт йәме булып тыуған өс ҡыҙҙары һәм бер улдарына яҡшы тәрбиә, белем биреп, оло тормошҡа сығаралар. Бөгөн уларҙың балалары, үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар тәрбиәләп, атай-әсәйҙәре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтер­мәй, үҙаллы тормош көтә. Ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен һөйөп туя алмайҙар. Һәр ваҡыт яҡшы теләктәр, изге уй-ниәттәр теләп, оҙатып ҡалалар балаларын.
Мин тирә-яҡҡа матурлыҡ, изгелек өләшеп йәшәгән өлгөлө ғаилә – олатайым һәм өләсәйем булыуы менән сикһеҙ ғорурланам!
62 йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан Лоҡмановтар – йәштәргә лә матур өлгө. “Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү мөһим”, – ти улар, яңы ғаилә ҡорған йәштәргә ҡарап.
62 йыл – әйтеүе генә анһат, тимәк, 62 йылдың дүрт миҙгеле: ҡарлы-буранлы, ҡаты һыуыҡлы 62 ҡышын, ләйсән ямғырлы, бөрөгә тулышҡан ынйы сәскәле 62 яҙын, емеш-еләкле, көмөш һыулы, хуш еҫле 62 йәйен, 62 алтын көҙөн бергә ҡаршы алып, бергә үткәндәр.