Һиндостандың Лакхнау ҡалаһында бер ир юл фажиғәһенә тарый.
Ғаилә уны дауалау өсөн табиптарға 700 мең рупий аҡсаһын сарыф итә. Ә аҡсалары бөткәс, улар ирҙе үлде тип хәбәр итә.
Ғаилә башлығын ерләргә йыйынғанда уның һулыш алыуын, ағзалары хәрәкәтләнеүен күрәләр. Әле полиция был хәлде тикшерә. Ирҙе дауалайҙар.