13 июлдә Мәләүез районының Иштуған ауылында ҡыҫала тотоу буйынса фестиваль үтәсәк.
Ярышты "Иштуған" балыҡ хужалығы ойоштора. Сара 2017 йылдан бирле уҙғарыла. Фестивалдә барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Әле Рәсәйҙән генә түгел, хатта сит илдәрҙән килергә теләүселәр бар.
Фестиваль программаһы бай булмаҡсы. Ҡыҫала тотоуҙан тыш башҡа ярыштар ҙа ҡаралған. "Башҡортостан" милли паркына, Мораҙым тарлауығына, Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарына, "Башҡорт кәзәһе" эко-фермаһына сәйәхәт ойошторола.