Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 21:03

Яман шештән нимә ҡотҡара?

"Мин был тикшеренеүҙәрҙә фәнгә нигеҙләнгән мәғлүмәттәр күрмәнем һәм уның хаҡлығына ышанып бөтмәйем".

Фото: ptzgovorit.ru
Фото: ptzgovorit.ru
Испан ғалимдары ҡуйылығы түбән булған һөт ризыҡтарын ҡулланыу ҡайһы бер яман шеш ауырыуҙары хәүефен кәметеүе хаҡында белдергән.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, мәҫәлән, йогурт кеүек ризыҡтар матдәләр алмашыныуы процесында барлыҡҡа килгән билдәнең, икенсе төрҙәге диабеттың үҫешен кәметә.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш диетологы Виктор Тутельян испан ғалимдарының тикшеренеүҙәренә үҙ ҡарашын белдерҙе:
– Һөт – яңы тормошҡа яраҡлашыу өсөн тәбиғәт тарафынан булдырылған иң яҡшы ризыҡ. Ул – балалар туҡланған аҙыҡ, шулай уҡ иң сифатлы аҡһым, әүҙем биологик ҡушымталар, кальцийҙың төп сығанағы ла. Әммә мин тикшеренеүҙәрҙә фәнгә нигеҙләнгән мәғлүмәттәр күрмәнем һәм уның хаҡлығына ышанып бөтмәйем.
Читайте нас: