Был яңылыҡты ҡолаҡ ишетһә лә, күңел ышанмай. Ошо көндәрҙә Яңы Уренгой ҡалаһында һигеҙ йыл бәҙрәф соҡоронда ултырған тотҡондо ҡотҡарғандар.
Кешеләр әйтеүенсә, бер етештереү базаһы биләмәһендәге бәҙрәф соҡорона күп йылдар элек бәләкәй көсөк төшөп китә. Уны бер нисек тә ала алмайҙар, бәҙрәфтең стеналары бетон блоктарҙан һалынған була. Ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға ярҙам итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре тотҡондо даими рәүештә ашатып тора. Бер аҙҙан эт үлгән тигән хәбәр ҙә сыға, әммә ул бөгөнгәсә иҫән була!
Был хәлде Алик исемле яңы кеше эшкә килгәс яңынан иҫкә төшөрәләр, сөнки ул кисекмәҫтән дүрт аяҡлы дуҫты ҡотҡарыуға тотона. Экскаватор яллап, йәнәшәлә соҡор ҡаҙҙырта, артабан перфоратор менән бетон диуарҙа тишек яһай.
Эт ҡурҡышынан тәүҙә яҡын да килмәй. Ләкин бер аҙҙан уны ҡотҡаралар. Иректә бахырҡайға тынысландырғыс укол ҡаҙайҙар һәм тәнен бысраҡтан таҙарталар. Ветеринарҙар тикшергәс, анализдар тотҡондоң һаулығы яҡшы булғанын күрһәтә, бары тәнендәге сабыртманы ғына дауаларға кәрәк. Бәхеткә күрә, эт һуҡыраймаған!
База хеҙмәткәрҙәре Адольф тип йөрөткән хайуанға Граф Монте-Кристо тип яңы исем ҡушалар. Хәҙер уны кешелек донъяһында йәшәргә өйрәтәсәктәр, сөнки нисәмә йыл буйы яңғыҙ көн күргән бахырҡай әлегә бар нәмәнән дә ҡурҡа.