Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2019, 14:45

Чупакабраны үлтергән...

Күптән түгел Украинаның Полтава өлкәһендәге Ивановка ауылы кешеһе серле хайуанды осрата.

Фото: lenta.ru
Фото: lenta.ru
Күптән түгел Украинаның Полтава өлкәһендәге Ивановка ауылы кешеһе серле хайуанды осрата.


Александр Близнюк ихатаһында эшләп йөрөгәндә, эттәр шашып өрә һәм утын өйөмө тирәләй йүгерешә башлай. Ир, ҡыҙыҡһынып, яҡын килә. Баҡтиһәң, таныш булмаған хайуан тора икән. Уны төлкө тип уйлап, ҡыуып ебәреү маҡсатында башына таяҡ менән һуға. Хайуан үлә.


Ауылдаштары, чупакабра был, тип раҫлай. Йәнлектең һөлдәһен ветеринар клиникаһына тикшереүгә ебәргәндәр, һөҙөмтә әлегә юҡ.


Әйткәндәй, Украинала быға тиклем дә ғәҙәти булмаған хайуанды осратыусылар булған.


Чупакабра тураһында имеш-мимеш 50-се йылдарҙа уҡ ишетелә. Пуэрто-Рико ҡалаһында ҡаны һурылған бер нисә кәзәне табалар. Был – билдәһеҙ йәнлектең эше, тип раҫлайҙар. Чупакабра испан телендә “ҡан һурыусы” тигәнде аңлата. Шулай ҙа был мәғлүмәттәр дәлилләнмәгән.
Читайте нас: