Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2019, 11:03

Эххх, Луиза...

Хәйруллиндар ғаиләһенең ҡулға алыныуы тураһындағы яңылыҡ бөтә республиканы ғына түгел, илде тетрәндерҙе. Бик күптәр дыуамал ҡатындың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, уның тураһындағы яңылыҡтарҙы көтөп кенә тора ине бит. Һәм бына финал...

"Башинформ"дан алынды.
Хәйруллиндар ғаиләһенең ҡулға алыныуы тураһындағы яңылыҡ бөтә республиканы ғына түгел, илде тетрәндерҙе. Бик күптәр дыуамал ҡатындың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, уның тураһындағы яңылыҡтарҙы көтөп кенә тора ине бит. Һәм бына финал...


Ул күптәр көткәнсә килеп сыҡманы... Хәтерләйһегеҙме икән, был туралағы яңылыҡ билдәле булғас та, интернетта халыҡтың күпселек өлөшө Луиза яҡлы булыуын белдергәйне. Уның был ҡылығын хуплаусылар, уларҙың тотолмауын теләүселәр, ысынлап та, бик күп булды. Әле һуңғы яңылыҡ билдәле булғас, интернет йәнә “шартланы”.


“Юҡ, ышанмайым, тотолмағандарҙыр”, “Бөгөнгө көндөң иң күңелһеҙ яңылығы”, “Йәл, бик йәл”, “Мин шок хәлендә, урлағас-урлағас, ниңә нығыраҡ йәшенмәҫкә?”, “Ниңә алыҫҡараҡ ҡасманылар икән”, “Тапҡан йәшенер урын”, “Тере булыуҙары шатландыра, күршеләре һаттымы икән”, “Улар тураһында мәғлүмәтте биреп, берәүгә миллион һум эләкте инде”, “Эх, Луиза, беҙ һиңә ышана инек...”, “25 йыл ипотека түләгәнсе, биш йыл ултырып сығыу хәйерлерәк”... һәм башҡа комментарийҙар менән тулды интернет.


Шулай уҡ уны хупламаусылар ҙа юҡ түгел. “Йәтеш булды”, “Шәп булды, хәҙер оҙаҡ ваҡыт яҡтылыҡ күрмәҫ”, “Бур төрмәлә ултырырға тейеш”, “Балалары йәл, уйланмаған аҙымы менән уларға насар эшләне”, “Аҡса табылмаған. Биш йылға ултырыр ҙа, ике бала әсәһе булараҡ алдан сығыр. Аҡса ла янда ҡала, үҙе лә тиҙ арала иреккә сыға” тип яҙҙы улар.


Луизаны был ҡылығы өсөн яҡларғамы, әрләргәме, быны һәр кем үҙе хәл итә. Ә беҙ уның һәм балаларының иҫән-һау булыуы өсөн ҡыуанайыҡ. Һуңғы көндәрҙә бит береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ күҙаллауҙар менән тулғайны интернет. Баш иҫән булһа, ҡалғаны булыр ул.


Ә шулай ҙа: “Эххх, Луиза...” тип әйтке килә...