Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2019, 03:43

Ғүмер баһаһы күпме?

Башҡортостан юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары арҡаһында кешеләрҙең күпләп һәләк булыуы власть даирәләрен борсоғаны мәғлүм: республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ошо уңайҙан фекерен белдергәйне, юлдарҙағы авариялар һанын кәметеү сараларын арттырыуҙы талап иткәйне. Мәҫәлән, өҫтәмә видеокамералар ҡуйыу, юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы ваҡытында асыҡлау, яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм башҡалар.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Башҡортостан юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары арҡаһында кешеләрҙең күпләп һәләк булыуы власть даирәләрен борсоғаны мәғлүм: республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ошо уңайҙан фекерен белдергәйне, юлдарҙағы авариялар һанын кәметеү сараларын арттырыуҙы талап иткәйне. Мәҫәлән, өҫтәмә видеокамералар ҡуйыу, юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы ваҡытында асыҡлау, яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм башҡалар.


Юлға сығыр алдынан



...Быйыл апрелдә тыуған яғым Ейәнсура районына ҡайтып килдем. Юл йөрөгәндә күпте күрәһең: миңә үрҙә телгә алған бор­солоуҙарға халыҡты ташыу буйынса транспорт хеҙмәте күр­һәткән ҡайһы бер шәхси эш­ҡыуарҙарҙың ҡолаҡ һалырға ла, уйланырға ла теләктәре юҡ һымаҡ күренде. Әлбиттә, бер яҡтан, йүнселдәрҙең, мөмкинлек табып, был эште яйға һалыуы маҡтауға лайыҡ. Был нимәне аңлата? Тимәк, автотранспорт предприятиеһының транспорты етешмәй, был эш уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, тип уйлайым. Тик шәхси эшҡыуарҙар шуны онотоп ебәрә, ахыры: ҡануниәт талап иткән транспортҡа ҡағылышлы ҡағиҙәләр уларға ла ҡағыла, уны бер һүҙһеҙ үтәргә тейештәр, сөнки улар иң ҡиммәтле ғәмәл – кеше ғүмере өсөн яуап бирә. Юлға сыҡҡан транспорт төҙөк, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителергә, водитель тәжрибәле, сәләмәт, айыҡ аҡыллы кеше булырға тейеш.
Шулай итеп, апрелдең матур бер көнөндә мин Ейәнсура райо­ны үҙәге Иҫәнғолға ҡайтыр өсөн баш ҡаланың “Өфө” универмагы артындағы туҡталҡаға килдем, “маршрутка” тигән микроавто­бусҡа ултырырға ниәтләнем. “Өфө – Ырымбур” тип яҙылған такси янына килергә ҡушты­лар. Мөләйем егет фамилиямды билдәләне – алдан яҙылғай­ным. Ул автобусты йөрөтөүсе икән. “Бигерәк йәш кенә, тәжрибә­һе бармы икән?” – тип уйланым мин.
Әйберҙәремде күтәреп, иң арттағы урынға ултырҙым, әммә шунда уҡ “юл йыраҡ, рәхәтләнеп артта һеңеп ултырып, йоҡлап барырмын” тигән уйым юҡҡа сыҡты, сөнки артта бик оҙаҡ һыуланып, күгәреп ятҡан сепрәк еҫе танауға бәрелде. Аптырағас, алда буш ҡалған өс урындың уртаһына күсеп ултырҙым. Ҡуҙғалырға ваҡыт еткәс, ҡайыш эләктермәксе булдым, ләкин ул юҡ ине. Мин йөрөтөүсегә баш өҫтөндә эленеп торған: “Ҡайыштарҙы эләкте­регеҙ, тикшереү ваҡытында ҡайыш эләктерелмәгән булһа, бер мең һум штраф. Уны пассажир үҙе түләй”, – тигән иғланға ишараланым.
– Ҡайышығыҙ ҡайҙа, юлда тикшерһәләр, кем түләй? – тип һорайым. Шофер ҡул ғына һел­тәне. Минең аптырап ҡал­ғанымды күреп, эргәмдә ултырған бик мөләйем ҡатын-ҡыҙ: “И-и-и, аптырамағыҙ, уларҙың хужалары юлдағы ЮХХДИ постарын “майлап” бөтөргән инде, бер ҙә тикшермәйҙәр”, – тине. Тотол­мағас, бур түгел, күрмәгәс, быны раҫлап буламы? Ә икенсе яҡтан, шулай тыныс ҡына рейсҡа сы­ғыуҙары шикләндерә. Әгәр ваҡытында тикшереп, ҡарап тор­һалар, бер хужа ла бындай автобусты рейсҡа сығармаҫ ине. Миңә, кисә генә Татарстандан килгән кешегә, был хәл бик сәйер тойолдо. Унда автовокзалдан сыҡҡансы уҡ автобус водителе ҡайыштарҙы эләктереүҙе талап итте. Үрә баҫып ҡарап торҙо, әйткәнен бөтәбеҙ ҙә бер һүҙһеҙ үтәнек. Ә мартта Ҡазанға бар­ғанда юлда өс тапҡыр ишектәрҙе астырып, ҡайыштарҙы тикшереп кенә ҡалманылар, тартып та ҡара­нылар. Эш штрафта ғына тормай: ул бит юҡҡа ғына хә­үефһеҙлек ҡайышы тип аталмай! Мәҫәлән, үҙемде ике тапҡыр ҡайыш ҡотҡарып алып ҡалғай­ны, ә бында ҡул ғына һелтәнеләр. Ә ул ЮХХДИ посында торған­дарҙың туғандары, яҡындары ултырһа ошондай автобустарға? Кеше­ләрҙең юлдағы туҡтауһыҙ үлеме бер кемде лә аҡылға ултыртмаймы икән?


Бер-бер хәл булһа...



Шул ваҡыт күрше ҡатындың телефоны шылтыраны. “Эйе, ҡыҙым, ултырҙым, урыным алда. Тик ҡайышым да, уң ҡулды ҡуя торған таяуыс та юҡ. Берәй ерҙә һелкеткәндә шыуып осоп төш­мәһәм инде”, – тип ҡуйҙы. Ә мин эстән генә “400 саҡрымға яҡын араны шулай аҡса түләп, этләнеп ултырып ҡайт инде”, – тип уйлап ултырам. Әңгәмәләшеп киттек. “Ҡыҙымдең бәпесен күрергә килдем. Бер үк иҫән-һау ҡайтырға яҙһын, урынлаштырылмаған ике ҡыҙым бар әле”, – тип хафаланды ул. Иң аҙаҡҡы пассажирҙы көтөп ултырҙыҡ. Килгәс, водитель сығып, уны салонға ултыртты. Уны индерер өсөн ишекте эстән асыу тиҙ булманы. “Нығыраҡ төрт, был яҡҡараҡ тарт” тип, ирҙән астырҙылар уныһын. Ә бит рейсҡа сыҡҡас, ул ишек бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ асылырға тейеш!
Водитель үҙ яғынан кабинаға кире инер өсөн ишеген саҡ-саҡ, әллә күпме маташҡандан һуң ғына асты. “Иии, улым, бер-бер хәл булһа, үҙегеҙ ҙә сыға ал­майһығыҙ икән”, – тигән булды, ахырыһы, күршем.
Ҡуҙғалып киткәс, мин: “Бындай автобусҡа, ҡустым, һеҙгә генә ышанып ултырырға ҡала, хәҙер яуаплылыҡ кимәле кәмендә өс тапҡырға артырға тейеш”, – тинем. “Тормозы, исмаһам, тотамы, тикшерҙегеҙме, юлда осмаҫ­быҙмы?” – тип өҫтәне күрше ҡатын. Егеттең иһә ауыҙы ҡолаҡҡа тиклем йырыҡ. Йәш, вайымһыҙ сағы, юл уға – романтика, шуға ла ҡул ғына һелтәне. Тик беҙгә, тормош күргәндәргә, ниндәйҙер дәрәжәлә гарантия кәрәк шул. Өйҙә ғаилә, балалар, ейәнсәрҙәр көтә, әле башҡараһы эш күп...
Водитель инеп ултырғас, үҙенең ҡайышын эләктермәксе булды, ләкин беркетеп ҡуя торған оя булманы, ул уны эргәһендәге урындың таяуысына кейҙерҙе: “Алла һаҡлаһын, үҙе лә сығып оса икән бер-бер хәл булһа”. Шофер егет миңә ҡыҙғаныс булып китте. Кемдеңдер ғәзиз балаһы бит! Ата-әсәһе улын матур итеп үҫтергән: һомғол буйлы, сәләмәт йөҙлө, беләктәре көслө. Әле тормош юлы башлана ғына. Ата-әсәһе улын өйләндереп, ейән­дәрен һөйөргә хыялланалыр. Ошо турала автобус хужаһы уйланымы икән? Ул бит ошо егеткә руль тотторған! Аҡса эшләү генә маҡсат булырға тейеш түгел. Эшкә алынған һәм хужаның ма­шинаһына ултырған водител­дәр ҙә, пассажирҙар ҙа төҙөк машинала йөрөргә тейеш. Тапҡан ма­лыңдың рәхәтен күр, тип ололар юҡҡа ғына теләмәй. Хоҙай һаҡлаһын, бер-бер хәл булһа, ху­жаның үҙенә лә ғүмерлек ға­зап.
“Нишләргә? Төшөп ҡалып булмай, ҡайтырға кәрәк. Ярай, әгәр юлда ҡағиҙә боҙһа, кеше ғүмере­нә ҡурҡыныс янаған хәүефле хәл тыуҙырһа, беренсе осраҡта уҡ машинаһын туҡтатам, хужаһына шылтыратам (автобуста шәх­си эшҡыуар хаҡында мәғлүмәт бар). ЮХХДИ посында бө­төн етеш­һеҙлектәрҙе үҙем күрһә­тәм. “Майланған” булыуы ғына ҡот­ҡара алмаҫ яуапһыҙ маши­на хужаһын”, – тип уйлап ул­тырҙым.
Беҙ, алда ултырған ике ҡатын, юл буйына күҙ ҙә йомманыҡ. Дүрт күҙ менән был егеттең һәр боролошон, автомобилдәрҙе урап үтеүен, ҡағиҙәләрҙе үтәүен ҡарап барҙыҡ. Һөйләшә-һөйләшә, оҙон юлды ҡыҫҡартып ҡайттыҡ. Егет беҙҙең райондың Күгәрсен ауылынан булып сыҡты. Автобусты, бер ҡағиҙәне лә боҙмайынса, матур ғына йөрөттө. Ҡурҡыныс уҙышҡа сыҡманы, юл бушағанын сабыр ғына көтөп барҙы. Алты сәғәткә яҡын юл хәүеф-хәтәрһеҙ үтте. Әллә күҙҙәребеҙҙе унан алмайынса өмөт менән ҡарап барыу тәьҫир итте, әллә үҙе йәш булһа ла, оҫта, һаҡ кеше. Мин Иҫәнғолда төшкәс, ҡуҙғалып киткән автобус артынан ҡарап ҡалдым. Эсе тулы халыҡ, һәр береһе өмөт менән ҡайҙалыр бара, пландар ҡора. Ә бит юлды тыныс ҡына үтеп, тәғәйен ергә иҫән-һау барып етергә була. Уның өсөн барыбыҙға ла уяу, яуаплы булырға ғына кәрәк.
Бәғзе кешеләрҙең ғүмеребеҙҙе бик түбән баһалауы өсөн үҙебеҙ ҙә ғәйепле. Күрәләтә тороп, риза булып ватыҡ автобустарға ул­тырабыҙ, күҙ тондороп ҡыуған водителдәргә шелтә яһамайбыҙ, етешһеҙлектәре булғанда, күрһәк тә әйтмәйбеҙ. Йәнәһе, бараһы ергә тиҙерәк барып етергә аш­ҡынабыҙ, тик ашҡыныуҙар ҡайһы берҙә был донъяға ғына илтмәй шул! Әйтһәк, тейешле урындарға хәбәр итһәк, талап итһәк, бер генә етешһеҙлеге булған автобус та юлға сыҡмаҫ, йөрөтөүселәр һаҡ булыр, ЮХХДИ посында тороусылар, ысынлап та, беҙҙең ғүмер өсөн яуаплы булыуын онотмаҫ ине. Вайымһыҙлығыбыҙ үҙебеҙҙең дә, яҡындарыбыҙҙың да ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Юлдарҙы төҙөкләндереү, камералар һанын арттырыу һәйбәт, ә бына гражданлыҡ яуаплылығы артһа, юл хәсрәт­тәре тағы ла нығыраҡ кәмер, тәғәйен еребеҙгә иҫән-һау барып етер инек.
Читайте нас: