Бөгөн Әбйәлил районының Салауат ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хирург-онколог Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа үҙе төҙөткән хоспис янында һәйкәл асылды.
Скульпторы – Өфө егете Илдус Закиров.
Ишмырҙа Хәйернур улының хәләл ефете Венера Фәрит ҡыҙы ла – табип. Ул ире тураһында күп хәтирәләр яҙған. Был иҫтәлектәр хоспис музейында һаҡлана.
Шуны әйтергә кәрәк: хосписҡа нигеҙ һалыуға Венера ханым да ҙур өлөш индергән.