Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2019, 21:31

"Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яратығыҙ!"

Бөрө ҡалаһындағы байрамдың төп өлөшө – лайыҡлы ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы бик матур үтте.

Фото: Динар Кәлимуллин.
Фото: Динар Кәлимуллин.
Бөрө ҡалаһындағы байрамдың төп өлөшө – лайыҡлы ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы бик матур үтте. Уны республикабыҙҙың билдәле мөхәббәтле пары Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар алып барҙы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йыйылған халыҡты ихлас сәләмләне.
– Матур йолаға нигеҙ һалабыҙ. Артабан ул йыл да дауам итәсәк: һеҙҙең бәрәкәтле, ҡунаҡсыл ерегеҙҙә 8 июль һайын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәкбеҙ. Ғаилә – иң юғары, мөһим төшөнсә. Ул йәшәргә көс, дәрт бирә, – тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе ҡаланы үҫтереү, төҙөкләндереү йәһәтенән ярҙам буласағы хаҡында ла белдерҙе.
Тантанала төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла сығыш яһаны.
– Бөгөн бик матур байрам. Теләгем шул: бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яратығыҙ. Ғаиләгеҙҙәге йылылыҡ башҡаларҙы ла йылытыуға етһен, – тине ул.
Байрамда шулай уҡ сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Валентина Петренко, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Дәүләт Думаһы депутаты, спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Рима Баталова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Өлгөлө ғаиләләргә наградалар тапшырыу тантананың иң матур өлөшө булды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны Каринэ Хәбирова Стәрлетамаҡтан Вәсилә һәм Айрат Зариповтарға, Мишкә районынан Мария һәм Андрей Михайловтарға, Көйөргәҙе районынан Татьяна һәм Константин Сергеевтарға, Бөрө районынан Ирина һәм Александр Федориндарға “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалын тапшырҙы.
Ошондай уҡ наградаға Өфөнән Галина һәм Александр Бурениндар, ә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына Бөрөнән Рәсүлә һәм Салауат Усмановтар, Благовещен районынан Надежда һәм Анатолий Яриндар, Борай районынан Гөлфинә һәм Шамил Миңләхмәтовтар, Илеш районынан Рүзилә һәм Камил Фәтхетдиновтар, Кушнаренко районынан Альбина һәм Әмир Замановтар, Мишкә районынан Ирина һәм Георгий Аликаевтар, Өфө районынан Мәрйәм һәм Салауат Булатовтар, Саҡмағош районынан Сәриә һәм Илфир Хөснөтдиновтар лайыҡ булды. Уларға наградаларҙы Валентина Петренко, Ленара Иванова, Рима Баталова тапшырҙы.
“Йыл ғаиләһе-2019” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңгән ғаиләләр ҙә тәбрикләнде: күп балалы ғаилә номинацияһында еңеү яулаған Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтар һәм "Ғаилә – йолалар һаҡлаусы" номинацияһында еңгән Дүртөйлө районы кешеләре Лиана һәм Ринат Байморатовтар. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән етәксе Эльвира Айытҡолова бүләкләне.
“Матур көн, матур байрам. Өфөлә ямғыр, һыуыҡ, ә бында – ҡояш. Юҡҡа түгелдер был. Әйҙәгеҙ, ошо байрамды артабан матур дауам итәйек. Һәр ғаиләлә мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм һөрһөн. Бәхетле булығыҙ”, – тине Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: