Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2019, 16:32

Хатта табиптарҙың иҫе киткән…

Бындай вәхшилекте нормаль булған кеше ҡыла алмай, тип иҫәпләй ҡыҙҙы күреүселәр.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Ингушетияла ҡала дауаханаһына ете йәшлек ҡыҙҙы килтергәс, тетрәнмәгән кеше ҡалмаған. Ҡыҙҙың – Аишаның тәнендә бер генә лә имен ере булмай…


Бөтә тәне һәм башы күгәргән, сапсылған, һыҙырылған, йә тешләнгән, йә бешкән, ҡайһы бер яралары эренләй башлаған, уң ҡулы һынған һәм, дөрөҫ бәйләнмәгәнлектән, ҡан әйләнеше боҙолған, арҡа һөйәге йәрәхәтләнгән…. Табиптар кисекмәҫтән операция эшләй һәм Аишаның хәле “бик ауырҙан” “уртаса ауырға” ҡала.


Артабан дауаланыу өсөн уны Мәскәү дауаханаһына килтерәләр. Ҡыҙ иҫенә килгән һәм, һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙенең илгәҙәклеге менән аптыратҡан. Аиша атаһы яҡлап инәһендә йәшәгән. Бер генә документы ла юҡ, бер ерҙә лә иҫәптә лә тормай. Физик һәм интеллектуаль яҡтан бик үҫешмәгән. Инәһе әйтеүенсә, ҡыҙ яңыраҡ ҡый соҡорона ҡолап төшөп ҡулын һындырған, унан алда иҙәндә торған ҡайнар ашҡа ултырғанда осаһын бешергән. Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилгә инәһе уны үҙе генә дауалауы тураһында һөйләгән. Ғаиләлә ҡыҙҙан башҡа ҡатындың биш йәшлек ике улы бар. Уларҙы ла тикшереп ҡарайҙар, әммә малайҙар һап-һау. Күршеләренең был ҡыҙ тураһында бөтөнләй белмәүе лә башҡа һыймаҫлыҡ.


Был хәл буйынса тикшереү эше башланған. Ҡатындың быға тиклем дә “ауыр йәрәхәт һалыу” тигән статья буйынса хөкөм ителгәнлеге билдәле булды. Ире полиция органдарында хеҙмәт итә.


Әле ҡатынды психотроп һәм наркотик матдәләр ҡулланыуын билдәләү өсөн саҡыртҡандар. Бындай вәхшилекте нормаль булған кеше ҡыла алмай, тип иҫәпләй ҡыҙҙы күреүселәр.
Читайте нас в