Шулай итеп, Луиза һаҡ аҫтында. Ире тыуған Салауатына ҡайтып киткән, балалар шулай уҡ үҙ ҡалаларында олаталары менән.
Әйткәндәй, Хәйруллиндарҙың ҙур шәхси йорто буш тора, Марат унда ҡайтмаған. Ир, журналистар һәм халыҡ күҙенән йәшеренеп, әсәһендә йәшәйҙер, тиҙәр.
Луизаның эше нисек барыуы тураһында әлегә хәбәрҙәр юҡ. Ул үҙенең адвокатына ла эш барышы тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
Адвокат, тигәндәй... Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, ҡатынға уны эшҡыуар һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Ғәлин яллағайны. Әле иһә шул билдәле булды: Ғәлингә билдәһеҙ кешеләр янай башлаған. Унан адвокатты кире алыуҙы талап итәләр икән. Был турала эшҡыуар үҙенең “Facebook”тағы сәхифәһендә яҙған һәм скриншот та һалған: “Адвокатты кире саҡырып ал. Һайлау алдына ҡуябыҙ. Эш ҡуҙғатыласаҡ. 9-сы полиция бүлексәһенең Ххх исемле тәфтишсеһе һиңә ҡарата эш ҡуҙғатасаҡ. Шунда уҡ ябып ҡуясаҡбыҙ. Журналистарға хәбәр итһәң, һинең балаларың зыян күрәсәк. Һин аҡыллы ир, дөрөҫ ҡарар ҡабул ит”.
Был кемгә кәрәктер? Аңлашылмай.
Интернет һаман Луиза тураһында хәбәрҙәр менән тулы. Өфө музыканты Andreas Venz уға арнап йыр сығарған хатта. Йыр акустик панк стилендә яҙылған. “Ебәрегеҙ Хәйруллина Луизаны, уға шенген визаһы бирегеҙ”... тип йырлай ул. Һәм уның был фекере менән күптәр килешә, ахыры...