Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2019, 19:25

“Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт”, – ти бөрөләр

Бөрө ҡалаһындағы байрамға Анна Логова Даниил һәм Арсений исемле ейәндәре менән килгән.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Бөрө ҡалаһындағы байрамға Анна Логова Даниил һәм Арсений исемле ейәндәре менән килгән.
– Беҙҙә йыл һайын ошондай матур байрамдар үткәрәләр. Ә быйыл уның Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналыуы бигерәк ҡыуаныслы. Бик күп таныштар менән осраштым, аралаштым. Ейәндәр Мәскәүҙән йәйге ялға ҡайтты, уларға ла байрам бик оҡшай. Рәхәтләнеп күргәҙмәләрҙе, ҡул эштәрен ҡаранылар, уйындар уйнап, бүләктәр оттолар. Аҙна башы булһа ла, күрәһегеҙме, ҡалай кеше күп йыйылды, – ти ул.
Ысынлап та, ойоштороусылар бик тырышҡан. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үҙенә күрә бер һабантуйға әйләнде.
– Шундай матур байрам ойошторғандары өсөн барыһына ла рәхмәт, – ти Анна Логова.
Читайте нас: