Әллә нимә булды: ҡысынам да ҡысынам. Дарыухананан таблеткалар ҙа алып эсеп ҡарайым — файҙаһы әллә ни тойолмай. Ярай көндөҙ бер сама йөрөйөм дә ул, ә бына төнөн түҙеп булмай. Тәнемә тимгел-тимгел таптар сыҡты. Ахыры, киттем поликлиникаға.
Утыҙ йәштәрҙәге ҡап-ҡара сәсле мөләйем ханым мине тегеләй-былай әйләндереп ҡараны ла өҫтәлендәге ҡалын китабын ҡыштырҙатып аҡтара башланы. Унан бер биттәге яҙыуҙы апаруҡ ҡына уҡып ултырҙы ла:
Бындай диагнозды көтмәгәйнем. Телһеҙ тигәндәй ҡалдым. Ғәрлеге ни тора бит! Ҡысынманың бысраҡлыҡтан барлыҡҡа килгәнен белеү өсөн әллә ниндәй ғилем эйәһе булыу кәрәкмәй. Шулай ҙа башҡортса:
— Был ҡысынма түгел шикелле, китаптан уҡып ҡарағайным, ул бармаҡ араларына сыға, тип яҙылғайны. Ә минең тәнгә таралған бит, – тип өндәштем, уның беҙҙең халыҡ кешеһе булыуы йөҙөнә яҙылғайны.
Телем сығыуы врачҡа оҡшаманы, күрәһең. Ул сәнсеп ҡараны ла урыҫса ғына:
— Минең менән бәхәсләшмә! Кем алты йыл буйы медуниверситетта уҡыған?! — тимәһенме! Унан үҙ алдына һөйләнде:
— Һәр береһе тота ла өйрәтә башлай, улай күпте белгәс, бөтөнләй килеп тормағыҙ!
Ул миңә рецепт яҙып бирҙе. Киттем дарыуханаға. Ояла-ояла ҡулымдағы яҙыуҙы һуҙҙым. Үҙем эргә-тирәмә ҡарайым: таныштар килеп сыҡмаһын, йәнәһе.
Табип ҡушҡан майҙы һөртә башланым, әммә һис кенә лә шифаһы тойолманы. Төнө буйы тырнанып, йоҡлай алмай сығам. Киреһенсә, ҡысыныу көсәйгән кеүек. Врач тәғәйенләгән көнгә йәнә поликлиникаға килдем.
— Хәлдәр нисек? — тип һораны.
— Бер ҙә бөткәнгә оҡшамай.
Ул тағы ла тегеләй-былай әйләндереп ҡараны ла:
— Мин яҙып биргән майҙы һөртәһеңме? — тип һораны. — Бер ауырыу ҙа шунда уҡ бөтмәй. Тейешенсә дауаланырға кәрәк.
Бер аҙна үтте, ун көн. Теге майҙы ятыр алдынан да һөртәм, иртән торғас та. Әммә файҙаһы ғына күренмәй. Аптырағас, ҡаланың икенсе осондағы түләүле поликлиникаға киттем. Бында иһә ҡысынма түгеллеген, аллергия булыуын асыҡлап, дауаханаға һалдылар.
Врач дипломы менән тәкәббер генә ултырған теге ханым ярҙам һорап килеүселәр өсөн үҙе бер ҡысынма булып тойолдо миңә.