Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2019, 20:41

Зариповтарға – "Ата-әсә фиҙакәрлеге" миҙалы!

Бөрөләге Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында республикала билдәле булған, илебеҙ өсөн лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләргә "Ата-әсә фиҙакәрлеге" миҙалы тапшырылды.

Фото: Ufa.kp.ru
Фото: Ufa.kp.ru
Бөрөләге Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында республикала билдәле булған, илебеҙ өсөн лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләргә "Ата-әсә фиҙакәрлеге" миҙалы тапшырылды. Улар араһында Вәсилә менән Айрат Зариповтар ҙа бар. Был ғаилә Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповты үҫтергән.
Уларға награданы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән уның ҡатыны Каринэ Хәбирова бергәләп тапшырҙы.
Ирек атаһы менән әсәһе тураһында йылы һүҙҙәр генә әйтә. Улар сәләмәт тормош юлы алып бара, эштәрендә, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары араһында хөрмәткә һәм ихтирамға ҡаҙанғандар.
Улдары Ирек мәктәптә саҡта уҡ спорт менән шөғөлләнә башлай, тик фажиғәле авария уны бер ни тиклем ҡаҡшата. Әммә аяҡһыҙ ҡалһа ла егет һынмай, киреһенсә, сәмләнеп спорт менән шөғөлләнә башлай һәм бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Бында, һис шикһеҙ, атаһы менән әсәһенең тырышлығы ҙур. Улар улдарына булған ышанысын бер ҡасан да юғалтмай, уға кире күтәрелер көс бирә.
Иректе хәҙер бөтә донъя белә. Уның төрлө наградаларын һәм уңыштарын һанап бөтөрлөк түгел. Шундай ул тәрбиәләгән ата-әсә әлбиттә ҙур баһаға лайыҡ.
Читайте нас: