Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 13:34

Үҙ файҙаһын уйлап, кеше хоҡуғын боҙған

Ҡалтасы районында предприятие директоры ҡаҙанлыҡ операторы менән йыл ярым буйы хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Фото: Башҡортостан Прокуратураһы сайтынан.
Фото: Башҡортостан Прокуратураһы сайтынан.
Ҡалтасы районында предприятие директоры ҡаҙанлыҡ операторы менән йыл ярым буйы хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Директор был операторҙы йылытыу миҙгеле башланғас та эшкә ала һәм ҡулаҡса менән иҫәпләшә. Был уға хеҙмәткәр өсөн пенсия һәм социаль страховка фондтарына иғәнә түләмәҫкә мөмкинлек биргән.
Үҙенең отолоуын аңлаған хеҙмәткәр прокуратураға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Был хәл башҡалар өсөн дә һабаҡ булһын!
Читайте нас: