Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 16:10

Хәйруллиндар бар мәғлүмәтте күҙәтеп барған

Бөтә илгә ғаиләң тураһында һөйләп, үҙеңде фаш итеп, теләһә ниндәй фараздар ҡороп ултырыу кемгә оҡшаһын инде?

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Дыуамал ҡатын – Луиза Хәйруллина юғалғандан һуң Башҡортостанда ғына түгел, илдә интернет тулды. Беҙҙең бәләкәй генә Салауат ҡалаһы һәм уның “данлыҡлы” кассиры тураһында бөтә Рәсәй белде.
Ниндәй генә баҫма улар тураһында яҙманы ла, ниндәй генә фараздар ҡылынманы. Был тема менән хатта федераль каналға ла барып еттеләр, Андрей Малаховтың “Тура эфир”ында уларҙың туғандары, журналистар, төрлө белгестәр ҡатнашты.


Хәҙер, улар тотолғас, яңы факттар асыҡлана бара. Мәҫәлән, улар йәшенеп ятҡан саҡта интернетта һәм телевидениела үҙҙәре тураһындағы барлыҡ мәғлүмәтте лә ҡарап, күҙәтеп барған икән. Был турала ғаиләнең туғандарының береһе әйтә.
Марат, Салауатҡа ҡайтҡас, туғандарының “Тура эфир” телетапшырыуында ҡатнашыуын оҡшатмауын әйткән. Шулай уҡ тапшырыуҙа ҡатнашыуға ҡарата Луиза ла ҡаршы фекерен белдергән. Бөтә илгә ғаиләң тураһында һөйләп, үҙеңде фаш итеп, теләһә ниндәй фараздар ҡороп ултырыу кемгә оҡшаһын инде?


Шулай булһа ла, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әгәр ысын булһа, Марат үҙе лә Мәскәүгә, йәнә тапшырыуҙа ҡатнашырға осҡан бит. Ир халыҡтан аҡса һорап, банкка ҡайтармаҡсы.
Читайте нас: