Луиза Хәйруллина тураһында дөрөҫөнә ҡарағанда имеш-мимеш күберәк яҙыла шикелле. Һис шикһеҙ, был тарих халыҡ араһында һаман ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә тема әлегә тиклем “һүнмәй”.
Әле иһә интернетта, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Луиза Хәйруллина фонды” тигән төркөм барлыҡҡа килде. Бөгөн иртән генә булдырылған төркөмдә, был хәл һәм уның барышы тураһында тик дөрөҫлөккә тап килгән яңылыҡтар ғына баҫылып барасаҡ, тип ышандыра уны ойоштороусылар.
Төркөмдәге тәүге яңылыҡ шундай: Луизаның ике адвокаты бар икән. Улар – Б. Нәбиев менән Ф. Ишкилдин. Әйткәндәй, Луизаның ире Маратҡа бер кем дә адвокат ялламаған, ул үҙе тураһында үҙе ҡайғыртырға тейеш.
Шулай уҡ Луизаның яңғыҙ камерала ултырыуы, хәленә һәм шарттарға зарланмауы тураһында ла хәбәр бар. Тәфтишселәргә ул әлегә мәғлүмәттәр бирмәй, тиҙәр.
Әле төркөмдә 150-нән ашыу кеше бар, тик уларҙың һаны сәғәт һайын арта.