Тажикстандың Юстиция министрлығының хөкөм итеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 тотҡон икмәк ашап үлгән.
Инцидент 19 – 43 йәштәге 128 тотҡондо илдең төньяғындағы колонияларҙан Яван һәм Дүшәнбе ҡалаларына этап менән күсергәндә була. Бер тотҡон икмәге менән бүлешә. Уны 16 кеше ашай һәм оҙаҡ та тормай улар ҡоҫоп, эстәре китеп ауырый башлай. Тора-бара бөтәһе лә иҫен юғалта. Әле табиптар икәүһенең ғүмере өсөн көрәшә.
Тажикстандың генераль прокуратураһында күҙаллауҙарынса, икмәк токсик бәшмәк менән ағыуланған булған. Ризыҡты дөрөҫ һаҡламаған осраҡта (ныҡ эҫелә) шулай булыуы ихтимал, тиҙәр. Ысынлап та, икмәк ашап ағыуланғандармы – әлегә билдәһеҙ. Был эш буйынса тикшереү бара.