Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 00:44

Тырышлыҡтың емештәрен тиреп...

Бөгөн Учалыла 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән парҙар тәбрикләнде.

Фото Учалы районы хакимиәтенән.
Бөгөн Учалыла 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән парҙар тәбрикләнде.
Сәрүәр һәм Фәтҡулла Кәримовтар, Зада һәм Айрат Ноғомановтар, Нәфисә һәм Хәкимйән Носратуллиндар, Клара һәм Риф Вәлиевтәр, Рәйлә һәм Рәмил Вәлишиндар барыһына ла өлгө булып, тәүфиҡлы балалар үҫтереп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уларға ихлас ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, бүләктәр тапшырылды.
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына 53 йыл бергә татыу ғүмер иткән Зәйнәб һәм Люцир Ишкилдиндар лайыҡ булды. Улар икеһе лә 35 йылдан ашыу тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт иткән.