Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 22:34

Ҡытай башҡорттарҙы нисек йәлеп итә?

Санья ҡалаһы урамынан китеп барғанда, Ҡытайҙа булып та, Гуаньинь статуяһын барып күрмәһәк, үкенескә ҡаласаҡ, тип бер нисә кешенең башҡортса һөйләшкәнен ишеттем.

Санья ҡалаһы урамынан китеп барғанда, Ҡытайҙа булып та, Гуаньинь статуяһын барып күрмәһәк, үкенескә ҡаласаҡ, тип бер нисә кешенең башҡортса һөйләшкәнен ишеттем.


Таныштыҡ. Мәҙинә, Әлимә, Сәлих һәм Илһам йыл һайын сит илдә булыуҙы үҙҙәренә маҡсат итеп алған. Ҡытайға инде икенсе тапҡыр килгәндәр. Былтыр Шанхайҙы, Пекинды күргәндәр.


Хайнань утауында милләттәштәремде осратырмын тип кем уйлаған! Ҡытайға әле күпләп ағылған туристар араһында башҡорттарҙың да булыуына ихлас һөйөндөк.
Читайте нас: