Полицияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хайуан асыҡ ҡалдырылған техникаға барып инә, көтмәгәндә ишек автоматик рәүештә ябыла. Айыу, сығам тип үрһәләнеп, тиҙлекте нейтраль торошҡа күсерә. Һөҙөмтәлә машина тау үренән аҫҡа тәгәрәй һәм алда торған ағасҡа бәрелә.